Дәүләт телдәре
28 Апреля , 11:20

400 меңдән ашыу кеше диктант яҙҙы

Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыуҙа бөтә донъя буйынса 406536 кеше ҡатнашты. Был хаҡта акцияны ойоштороусылар хәбәр итә.

400 меңдән ашыу кеше диктант яҙҙы400 меңдән ашыу кеше диктант яҙҙы
400 меңдән ашыу кеше диктант яҙҙы

Традицион рәүештә диктант өс ҡатмарлылыҡ кимәле буйынса үткәрелә: башланғыс кимәлдә 173813 кеше үҙ көсөн һынап ҡараған, телде иркен белгәндәр өсөн диктантты 145635 кеше яҙған, төньяҡ-көнбайыш диалектында – 82088 кеше.
Ҡатнашыусыларҙың төп өлөшө офлайн-майҙансыҡтарҙа диктант яҙҙы, ә онлайн форматта 79768 кеше ҡатнашты. Акцияның географияһы ла йылдан-йыл киңәйә. 2026 йылда проектҡа тәүге тапҡыр Ҡытай, Румыния һәм Латвия ҡушылды. Диктантты ойоштороусылар билдәләүенсә, был башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә халыҡ-ара ҡыҙыҡһыныуҙың артыуын күрһәтә.
Һәр ваҡыттағыса Рәсәйҙең эре ҡалалары, атап әйткәндә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләре, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары, Пермь, Алтай, Приморье крайҙары, Саха (Яҡут) һәм Татарстан республикалары халҡы әүҙем ҡатнашты.
Акция 2019 йылдан Рәсәй сиктәренән сыҡты. Һәр йылдағыса диктантты Үзбәкстан, Тажикстан, Испания, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Беларусь, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, Иран, Аргентина, Индонезия, Көньяҡ Корея, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә һәм башҡа илдәрҙә йәшәүселәр яҙҙы.
Ҡатнашыусыларҙың иң ҙур өлөшө, элеккесә, республикабыҙға тура килә – 386536 кеше. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә – 18311 кеше, ә сит илдәрҙә 1689 кеше диктант яҙҙы. Мәсетле районы ла халыҡ-ара белем биреү акцияһына ҡушылды.
Быйыл диктант Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арналды. Уның маҡсаты – башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, ҡыҙыҡ-һыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү.
Райондың үҙәк китапханаһында сара йылы, дуҫтарса мөхиттә уҙҙы. Унда Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Вәлиев, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, Ҡошсо ырыуы ҡор башы Әхмәтнур Хафизов, ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Улар менән бер рәттән хаҡлы ялда булған ағай-апайҙар ҙа ҡулдарына ҡәләм алып, диктант яҙырға ултырҙы. Ә инде был матур сараның Милли кейем көнөнә тап килеүе уны күркәм бер байрамға әйләндерҙе. Акцияла ҡатнашыусылар матур, сағыу милли күлдәктәрҙә, күҙҙең яуын алырҙай биҙәүестәрҙә килде.
Диктантты педагогик хеҙмәт ветераны, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзаһы Ғәлимә Барый ҡыҙы Шәрипова уҡыны.
Эште тапшырғандан һуң, бергәләп башҡорт теленең ҡайһы бер ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр, саранан алған тәьҫораттары менән уртаҡлаштылар.
Беҙҙең хәбәрсе.

Һүрәттә: педагогик хеҙмәт ветерандары Ғәлимә Шәрипова (һулда) менән Сәлимә Яҡупова, район мәғариф бүлегенең башҡорт теле буйын- са методисы Венера Шафиҡова (уртала).

Автор: