Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ромашка” балалар баҡсаһында “Йәшәһен башҡорт теле” проекты нигеҙендә башҡорт телен өйрәнеү буйынса төркөмдөң презентацияһы уҙҙы.
Ошо ваҡиға айҡанлы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы абруйлы ҡунаҡтарҙы ҡабул итте – сараны асыу тантанаһында Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫары Илнур Вәлиев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Бөтә донъя баш-ҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса аппаратының баш белгесе Ләйсән Аҙнабаева, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының төп белгес-эксперты Лена Фәйрүзова, “Аҡбуҙат” журналының бүлек мөхәррире Зөһрә Рәхмәтуллина, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, Ҡошсо ырыуы аҡһаҡалы Әхмәтнур Хафизов, район мөхтәсибенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса ярҙамсыһы Закирйән Ғатауллин, район мәғариф бүлеге методисы Венера Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләре буйынса республика ата-әсәләр советы ағзаһы Зөһрә Ғәниева, “Айша” хәйриә фондына нигеҙ һалыусы Айнур Зәбихуллин һәм башҡа балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
“Ромашка” балалар баҡсаһы мөдире Ирина Ғибәҙуллина, семинарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, мәктәпкәсә учреждениела башҡорт телен өйрәнеү күп йылдар алып барылыуын билдәләне. Туған телгә һөйөү факультатив ваҡытында тәрбиәләнә. Күп кенә тәрбиәселәрҙең филологик белеме булыуы эште алып барыуҙы уңайлыраҡ итә.
Сараның ғәмәли өлөшөндә ҡатнашыусылар тәрбиәсе Наилә Хәйретдинова, музыка етәксеһе Рәлиә Шәйәхмәтова һәм тәрбиәсе ярҙамсыһы Сәлимә Сәлимова етәкселегендәге мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары башҡарыуында матур тамашаның шаһиты булды. Сағыу милли кейемдәр, республиканың Төньяҡ-Көнсығышы башҡорттарының кейемдәренән һәм көнкүреш әйберҙәренән торған бай күргәҙмә, балалар башҡарыуында халыҡ уйындары, йырҙар, бейеүҙәр – былар барыһы ла сараға милли колорит өҫтәне һәм бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәселәре ҙур эш башҡарған: фольклорҙы, балалар менән бергә онотолоп барған “Сума өйрәк, сума ҡаҙ”, “Эйе, ыһы тимәҫкә” кеүек халыҡ уйындарын һәм йырҙарын өйрәнгән.
Яңы Яуыш ауылынан оҫта Тәнзилә Ғәйнетдинованың ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡунаҡтарҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда ҡабартмалы ҡайыу, ҡорама әйберҙәр, муйынсалар һәм башҡа бик күп биҙәү-ҡулланма ижады өлгөләрен, шулай уҡ йорт кәрәк-ярағын күрергә мөмкин ине.
– Бөгөн бында тәрбиәселәрҙең, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең ҙур хеҙмәтен күрәбеҙ. Балалар башҡорт телендә иркен һөйләшһен, үҙҙәрен ышаныслы тотһон өсөн күп көс һалырға кәрәк. Халыҡтың мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнмәйенсә тороп, телде өйрәнеү мөмкин түгел. Педагогтар быны аңлай һәм үҙ эшмәкәрлегендә фольклорҙың бөтә элементтарын оҫта ҡуллана, – тип билдәләне Әнис Әсәҙуллин, йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Был көндә “Ромашка” балалар баҡсаһына район хакимиәтенән бүләккә тирмә тапшырылды. Бында тирмәне Һөләймән ауылы оҫтаһы Азат Ғәләлетдинов эшләүен билдәләп үтеү урынлы булыр.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Лариса Хашим ҡыҙы Әнис Ҡасим улына районда күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Районда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башлап ебәргән ырыу хәрәкәтенә ярҙам итеүҙәрен күреп торабыҙ. Зәлифә Фәрүәз ҡыҙы етәкселегендәге район ҡоролтайы башҡарма комитетының яҡшы эшен билдәләп үтергә теләйем. Районда башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эш алып барыла, бөгөнгө сара быға миҫал булып тора. Балаларҙа күреү ярҙамында фекер йөрөтөү үҫешкән һәм улар бөгөн күргәндәрен иҫтәрендә ҡалдырасаҡ. Башҡорт мәҙәниәтенә, башҡорт тарихына ынтылыш тап ошо башҡорт биҙәктәренән, күргәҙмәлә күрһәтелгән әйберҙәрҙән башлана. Бала туған телендә һөйләшһен өсөн уны көн дауамында ишетергә тейеш, – тине ул.
Шулай уҡ Лариса Абдуллина мәктәпкәсә учреждениеларға ингән ерҙә алтаҡталарҙың яҙылышына һәм улар ике дәүләт телендә булырға тейешлегенә иғтибарҙы йүнәлтте.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина туған телдәрҙе һаҡлауға, үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға өлөш индергән өсөн “Ромашка” балалар баҡсаһы мөдире Ирина Ғибәҙуллинаға Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Закирйән Ғатауллин, Әхмәтнур Хафизов, Айнур Зәбихуллин билдәләүенсә, туған телгә һөйөү ғаиләлә башлана һәм ғаилә, балалар баҡсаһы, мәктәп ҡатнашлығындағы дөйөм тырышлыҡ менән генә уны киләсәк быуын өсөн һаҡлап ҡалып буласаҡ.
Әхмәтнур Хафизов балаларға үҙенең умарталығынан бал бүләк итте, “Айша” хәйриә фондына нигеҙ һалыусы Айнур Зәбихуллин да сарала ҡатнашҡан балаларға бүләктәр тапшырҙы.
Сара “Йәшәһен башҡорт теле” проекты кубогын Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына тапшырыу менән тамамланды.
Зәлифә Ғәлиуллина,
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма
комитеты рәйесе:
– “Йәшәһен башҡорт теле” проектын башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында башлап ебәрҙек. Был проектҡа ярашлы, район үҙәгендәге барлыҡ балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре эшләйәсәк. Туған телгә һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнә. Балалар баҡсаһына барған баланың үҙ телен онота башлауы бер кемгә лә сер түгел. Кескәйҙәр туған телен, халҡының тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын белһен өсөн мәктәптә генә түгел, балалар баҡсаһында ла шарттар булдырырға кәрәк.
Ирина Ғибәҙуллина,
“Ромашка” балалар баҡсаһы мөдире:
– Балалар баҡсаһында дүрт йәшлек балалар өсөн башҡорт теле төркөмө асылды. Башҡорт теленә өйрәтеү З. Ғ. Нафиҡова, Ф. Ғ. Аҙнабаева редакцияһында “Осҡон” программаһы аша тормошҡа ашырыла. Төп маҡсат – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү, телмәрҙе үҫтереү, өйрәнелгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу оҫталығын нығытыу. Белем биреү эшмәкәрлегенең нигеҙенә учреждениела факультатив ваҡытында башҡорт телен өйрәнеү буйынса күп йыллыҡ уңышлы эш тәжрибәһе һалынған. Телде һөҙөмтәле өйрәнеүҙе тәьмин итеү өсөн әҙәбиәт, ваҡытлы баҫма, аудио- һәм видеояҙмалар, әсбаптар һәм дидактик уйындарҙы үҙ эсенә алған киң методик материал йыйылды һәм системаға һалынды. Дәрестәрҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһендә махсус белеме булған квалификациялы педагогтар үткәрә. Беҙҙең бурыс – башҡорт телен үҫеп килеүсе быуын өсөн уңайлы һәм заманса итеү. Уҡыу барышында бай мәҙәниәтте, тыуған яҡтың тарихын һәм йолаларын өйрәнеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Педагогтар дәрестәрҙе ойоштороуҙа ижади ҡараш ҡуллана, төрлө эш алымдарын һәм формаларҙы әүҙем үҙләштерә, белем биреү процесына балаларҙы ғына түгел, уларҙың ата-әсәләрен дә йәлеп итә.
Зөһрә ҒӘНИЕВА.