Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт телдәре
19 Сентябрь 2022, 11:55

Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары форумы

Ошо көндәрҙә Өфөлә Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы уҙҙы. Унда 300-гә яҡын уҡытыусы, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән ҡунаҡтар йыйылды.

Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары форумы
Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары форумы

Төрлө майҙансыҡтарҙа уҡытыусылар презентациялар менән сығыш яһаны, уҡытыу методикаһы һәм балаға ғаиләлә тәрбиә биреү темаһына фекер алышыуҙарҙа ҡатнашты. Төп маҡсат – туған телдәрҙе өйрәнеүҙе, шул иҫәптән заманса технологиялар ҡулланып уҡыуҙы популярлаштырыу.
Форум эшендә Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Миндибаева ҡатнашты.
– Бындай форумдар коллегалар менән осрашыу, аралашыу һәм йылдар дауамында тупланған ҡиммәтле тәжрибә менән уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә, – тип яҙа ул “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә.
Әле Башҡортостан Республикаһында 14 тел өйрәнелә. Бөгөн төп бурыс – туған телде белеүҙе һәм шул телдә яҙыуҙы популяр итеү. Был йәһәттән өлкән быуындың ғәзиз әсә телен балаларына һәм ейәндәренә тапшырыуы мөһим.
Форум ике көн дауам итте һәм “Торатау” конгресс холында тамамланды. Унда уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Тел белгестәре туған телдәрҙе популярлаштырыу буйынса үҙ идеяларын тәҡдим итте һәм уны балалар баҡсаларында өйрәнеү буйынса тәҡдимдәр индерҙе.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова