Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт телдәре
25 Декабрь 2020, 18:40

Беренсе урын – Алтынсурала!

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы Башҡорт теле көнөнә арналған “Viбергә” исемле интернет бәйгеһе ойош- торҙо.

Ул башҡорттарҙың тарихына, шәжәрәһенә һәм башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, интернет селтәрҙәрендә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Ҡатнашыусыларға, йәшкә ҡарамай, 7 декабргә тиклем Инстаграм селтәрҙәрендә ижади эштәрен “Иң яҡшы башҡорт асылмаһы”, “Иң яҡшы башҡорт вайны” номинациялары буйынса урынлаштырыу мөмкинлеге бирелде.
Белешмә
Вайн – ул көндәлек темаға ҡыҫҡа шаян видеоролик.
Конкурсҡа 65 ҡатнашыусынан 164 вайн һәм 150-нән ашыу кешенән 1550 асылма килде. Бәйгелә Мәсетле районы исеменән Башҡорт гимназияһының унынсы класс уҡыусыһы Алтынсура Ғарипов (һүрәттә – һулда) ҡатнашып, “Иң яҡшы башҡорт вайны” бәйгеһенең “Иң ижади вайн” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды.
Вайнда шулай уҡ Алтынсураның ҡустыһы – Яңы Яуыш мәктәбенең дүртенсе класс уҡыусыһы Байназар Ғарипов үҙ өлөшөн индерҙе. Афарин, Алтынсура һәм Байназар!
Фәнгизә ҒАРИПОВА,
Яңы Яуыш мәктәбенең өҫтәмә
белем биреү педагогы.