– Тел – халыҡ хазинаһы. Нәҡ уның аша беҙ киләсәк быуынға рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе тапшырабыҙ. Башҡорт теле – быуындар бәйләнеше, шуға күрә туған телде һаҡлау һәм уның буйынса балаларға төплө белем биреү мөһим, - тип иҫәпләй ул.
Педагогтың тәрбиәләнеүселәренең һәм үҙенең ҡаҙаныштары баһаланмай ҡалмаған. Зилә Роберт ҡыҙы үҙе ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Бына ошондай яуаплы, инициативалы, белемле уҡытыусылар булғанда, телебеҙҙең киләсәге – ышаныслы ҡулдарҙа, тип ныҡлы әйтә алабыҙ.
Фото Зилә Роберт ҡыҙының шәхси архивынан.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттә уҡығыҙ.