– Һай, егәрлеһең! – тинем бер көн. Маҡтауҙан, ҡатын-ҡыҙ барыбер ҙә мохтаж иғтибарҙан бигерәк, үҙем ҡыйламаһам да, уның алдында кисергән күптәнге уңайһыҙлығымдан әйттем.
– Йылҡы йылында тыуғанмын, – тип кенә ҡуйҙы. Аттай эшләгәнен асыҡлап торманы.
Тапҡыр һүҙе һәм һуҡранып алып китмәүе үҙенә ихтирамымды тағы ла арттырҙы.
– Бына инде минең йорт, – тине ҡала кешеһе, машинаһын туҡтатып.
Ауылдан уға ултырып килгән, ихлас саҡырғас, ҡуна ҡалырға ла ризалашҡан, алыҫыраҡ булһа ла туғаны тейеш ир аптырап китте – әллә ошонда, баш ҡаланың ҡап уртаһында, өй һалып ебәргәнме был?! Һай, афарин! Малай йәшенән эшкингән ине былай: еләк йыйып та һатты, утын да ярҙы, ялланып көтөү ҙә көттө. Студент сағында уҡ автомобиль алған кеше ләһә! Ә ул заманда машина олораҡтарҙың да һирәгенә генә эләкте. Көндөҙгө бүлектә уҡыған башы менән дә йүнселлеккә ваҡыт тапҡайны – нимәлер ойоштороп ебәргәйне. Үҙе хәстәрләгән, ҡыҫҡаһы, аҡсаны.
Килендән генә уңманы – әҙергә хәҙер йәшәүҙе күтәрә алманы уныһы. Әҙер ине шул: ҡалала – ҙур фатир, эргәләге районда – тағы ла киңерәк йорт. Эшен ташлаған сибәркәй. Сыуала башлаған. Был, түҙгән-түҙгән дә, сығып киткән. Бөтә нәмәне ҡалдырған. Яңынан фатир алған, тип ишетелгәйне былай ауылға, тимәк, өҫтәп өй ҙә алғанмы, һалғанмы... Ярай, байыһын, ҡулынан килгәс.
Ләкин эргәлә шәхси өй күренмәйсе.
– Әйҙә, ағай, ҡана, бир сумкаңды. – Йөгөн эләктерҙе. – Һай, тейәгән генә һиңә еңгә!
– Ауыл күстәнәсе. – Ҡунаҡ һаман ҡарана.
Аһ, аһ, подъезға ымлай ҙаһа.
Шунда ғына аңланы: ҡала кешеһе шулай күп ҡатлы йортто ла минеке, ти бит ул. Ҡайһылыр бер өлөшөндә һауала аҫылынып торған тигәндәй фатир ғынаһын да шулай ололай.
Ауыл күҙлегенән улай түгел: унда – айырымлыҡ, үҙ аллылыҡ. Һөҙөмтәлә – яуаплылыҡ та. Ә был ни, ана, автомобилен ҡыҫыҡ урынға төрттө лә, сипылдатып бикләп, инде лә китте – тышта уға тимәгәйе әллә нимә булып ятмаймы...
Шуға күрә «мин йәшәгән йорт» тиеү дөрөҫтөр.
Әллә «минең йорт» тиеүҙә яуаплылыҡ күберәкме? Әйтә алмайым. Тәҡдимем, эйе, оҙонораҡ, әммә мәғәнә яғынан теүәлерәктәй.
Ниндәйҙер шөғөлдән ялҡып киткәндә аяҡ кейемен ялтыратып алыусанмын. Шулай ял итәм. Былай ҙа таҙа, әлбиттә – иртән эшкә килеү менән башҡарған ғәҙәтемә оҙаҡ йылдар тоғромон – шунһыҙ яҙырым яҙылмағандай, телем бикләнгәндәй. Әллә әрме хеҙмәтенән эйәргән ҡойроҡ, әллә әсәйем, уның апайы – инәйем тәрбиәһенән, әллә ир кешенең гел юғарылыҡта, шул иҫәптән лайыҡлы ҡиәфәттә лә, булырға тейешлегенә ҡаты инаныуым сәбәп. Бөтәһе бергәлер.
Аҫ менән башлап өҫ менән тамамлайыҡ: йәмғиәттә ир-аттың әһәмиәте лә арта барһасы.
– Әсәйем атайымды ныҡ ҡәҙерләне. Уны күтәреп, үҙе күтәрелде, – тине боронғо танышым. Студент саҡта ла гел аҡыллы һөйләне, юҡ-барға хихылдап барманы, ҡаштары хәҙер айырыуса төйөү. – Ҡарт рейсҡа йыйынһа, унан да иртәрәк тора ине. Аяғына баҫыуына бөтә нәмә әҙер – ҡулъяулығына тиклем үтекле. Ҡыш көнө машинаһына һыу йылытылған, биҙрәгә ҡойолоп, ишек төбөнә ҡуйылған. Нисәмә ҡатын алып ҡараным, береһе лә улай булманы...
Нисәмә мәсьәләһенә теймәйек, ә баштағыһы дөрөҫ икәне, әйҙәгеҙ, танылһын.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы.