«Хәҙер башҡорт телен өйрәнергә теләгән һәр кем телефонына беҙҙең ҡушымтаны күсерә һәм уға көнөнә 10 минут ваҡытын бүлә ала. Ҡушымта 117 дәрестән, 39 бүлектән һәм 1,5 мең һүҙҙән тора. Был һүҙҙәр минең тауышым менән яҙҙырылған», — тине Заһир Зәйнетдин.
Артист һүҙҙәренсә, көн һайын башҡорт теленең ябай һүҙҙәре менән танышыу өйрәнеү процесын еңеләйтә. Тест системаһы белемдәге етешһеҙлектәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Ҡушымтаны әҙерләүселәр – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Фәнзилә Ғәзизова. Эш дауам итә, бөгөнгә ҡушымтаның биш бүлеге файҙаланыуға әҙер.
Бөгөнгө көндә IQБалабаш ҡушымтаһы менән “Play Market”та – 2800, “App Store”ҙа 3000 кеше ҡуллана. “Сәләм” мобиль ҡушымтаһын 2427 тапҡыр “Android”тарға һәм 1905 тапҡыр “IOS”-та күсереп алғандар. “Әлләсе” мобиль ҡушымтаһы ла танылыу яулай бара, бөгөн ул 9800 самаһы смартфонда бар. “Инофон” башҡорт һүҙлеге 2800 Android телефонына, 3000 тапҡыр IOS-ҡа күсереп алынған.
Сара барышында шулай уҡ Рита Аҡбулатова башҡорт телен өйрәнеүгә булышлыҡ иткән “Бергәләп башҡортса” һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән “Башҡорт теле: яңы ҡараш” тип аталған видео-дәрестәр менән таныштырҙы. Һәр проект 10 сериянан тора, уларҙы ютуб-каналында һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә табырға мөмкин.
Республиканың Фән һәм мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров “Интерактив башҡорт теле. Башҡорт теленә дистанцияла өйрәтеү” онлайн-дәрестәре хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Был проект “Юғарыға ос!” мәғариф проектының бер модуле һанала һәм өлкән класс уҡыусыларын үҙаллы тормошҡа әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Был модуль буйынса эшмәкәрлек Башҡортостан райондары һәм ҡалаларының 62 һәм баш ҡаланың һигеҙ мәктәбендә ғәмәлгә ашырыла.
Илүзә Мөхәмәтйәнова “Бәйләнештә” һәм “iTunes”тағы тәүге башҡорт подкастары, Наҙгөл Ғәлиева “Аҫылташ” интернет-марафоны тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.