Сарала яҙыусылар үҙҙәре тураһында һөйләгән,балаларҙың һорауҙарына яуаптар биргән. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Әхмәтшин Тәскирә Даяноваға һәм Гөлсирә Шафиҡоваға башҡорт телен һәм башҡорт халҡының тарихын үҫтереүгә һәм һаҡлауға тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдергән һәм Рәхмәт хаттары тапшырған.