Ошо ваҡыт эсендә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр (инглиз, ғәрәп, ҡытай)” бүлегендә белем алған ҡыҙҙар туған телдең тағы ла үҙенсәлеклерәк, тағы ла гүзәлерәк, тағы ла серлерәк булыуына төшөндө. Ейәнсура, Бөрйән, Хәйбулла, Учалы, Бишбүләк, Ишимбай, Әбйәлил һ.б. район вәкилдәре өсөн был практика мәңгелеккә яҡты нур булып күңелдәрҙә һаҡланыр сараға әйләнде. Практика барышында Яуыш, Һөләймән, ЯңыМишәр, Әбдрәхим, Туҡбай, Борғатъя ауылдары халҡы менән йылы ла, йөкмәткеле лә осрашыуҙар ойошторолдо, урындарҙағы иң абруйлы, иң хөрмәтле шәхестәр менән әңгәмәләр ҡоролдо, практика программаһына ярашлы лексик материал йыйылды. Әйтеп үтергә кәрәк, бөтә йыйылған материал фәнни яҡтан билдәле диалектолог, филология фәндәре докторы, профессор Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтованың башҡорт теленең көнсығыш диалектын өйрәнеүгә бағышлаған монографияһына таяныпэ шкәртеләсәк. Шуға ла профессорҙың тыуған Һөләймән ауылында үткән осрашыу студенттар өсөн икеләтә тулҡынландырғыс булды. Көнсығыш диалектҡа хас булған бик күп үҙенсәлектәр тураһында практиканттар китаптан уҡып белһә лә, көндәлек телмәрҙә ҡулланылышты ишетеү улар өсөн ҡыҙыҡ күренеш. Мәҫәлән, һүҙ яһаусы аффикстар башында, һүҙ нигеҙе [ж], [з], [л], [м], [н], [ң] өндәренә тамамланған осраҡта, [л] урынына [д] ҡулланылыуы: әҙәбисә «данлыҡлы» (прославленный) дан[л]ыҡлы — диал. дан[д]ыкты, һ.б.; һүҙ башында [т] һәм [д] фонемаларының сиратлашыуы: әҙәбисә «тулҡын» (волна) [т]улҡын — диал. [д]улҡын һ.б.; һүҙ һуңында аффикс ҡушҡан осраҡта [л] фонемаһының төшөп ҡалыуы: әҙәбисә «ҡалһа» (если останется) ҡа[л]һа — диал. ҡаһа, әҙәбисә «килhен» (пусть приходит) ки[л]hен — диал. киhен һ.б.; һаңғырау тартынҡыларҙан һуң [л] урынына [т] ҡулланыу: әҙәбисә «ҡартлыҡ» (старость) ҡарт[л]ык — диал. ҡарт[т]ык, һ.б.; [өй] өндәр ойоштормаһының [ү] һуҙынҡыһына күсеүе: әҙәбисә «өйрәк» [өй]рәк (утка) — диал.[ү]рҙәк һ.б.; [ж] тартынҡыһын [й] урынында ҡулланыу: әҙәбисә «йәйәү» [й]әйәү (пешком) — [ж]әйәү һ.б. күренештәр күпселеге көньяҡ диалектта аралашҡан студенттар өсөн хатта мәҙәгерәк тойолғандыр. Йыйылған фактик материал киләсәктә ғилми мәҡәләләрҙә, курс һәм сығарылыш диплом эштәрендә әүҙем ҡулланыласаҡ.
Ошондай үтә мөһим дә, ҡыҙыҡлы ла, теоретик яҡтан ғына түгел, ә тормошсан, күңел түрендә оҙаҡ йылдар һаҡланып ҡаласаҡ эште юғары кимәлдә үткәрергә ярҙам иткән кешеләргә оло рәхмәтебеҙҙе белдергебеҙ килә. Оло Ыҡтамаҡ 1-се лицейының социаль педагогы Зөлфиә Ғифәт ҡыҙы Ғилманшинаға, тарих һәм тыуған төйәкте өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Фазлый ҡыҙы Әхкәмоваға , күп профилле колледж директоры Рөстәм Илдар улы Дистановҡа, Яуыш, Һөләймән, Яңы Мишәр, Әбдрәхим, Туҡбай ауылдары мәҙәниәт йорттары коллективтарына, ошо ауылдарҙа әүҙем эшләп килгән ағинәйҙәр клубтары ағзаларына, беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, бай йөкмәткеле материал менән тәьмин иткән һәр ауыл кешеһенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ башҡорт теленең киләсәгенә битараф булмаған, уның үҫешенә хәлдәренән килгәнсә булышлыҡ иткән яҡын дуҫтарыбыҙ Туҡбай ауылында йәшәүсе Гөлфирә һәм Илдар Вәлиевтарға, Оло Ыҡтамаҡтан Фәттәховтар ғаиләһенә, Марат Сибәғәтовҡа, Резеда Дәүләтоваға, РусланҒилманшинға иң изге теләктәребеҙҙе еткерге килә.
Диалектологик практика башҡорт филологияһы факультетында уҡыған студенттар өсөн йыл да үтә торған эш төрө. Быйылғы практикаға Мәсетле ере ниндәйҙер үтә йылы, туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек хистәренә бай семәр өҫтәгәндәй булды. Әйтерһең дә, яҙып алынған һәр диалект һүҙе – ул Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарына ғына хас тамбур сигеүендәге үҙенсәлекле биҙәк, ә ерле халыҡтың ҡунаҡсыллығы, оло йөрәге – ошо биҙәктәрҙе ҡабатланғыһыҙ итер көскә эйә сағыу бер нур. Шул нурыңды юғалтма, Мәсетле ере!