Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт телдәре
19 Апрель 2019, 18:06

Форум өмөттәр һәм көс бирҙе

11-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте

Тантананы “Торатау” конгресс-холы бинаһында Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин асып ебәрҙе. Мәғариф хеҙмәткәрҙәрен “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы”, Мәғариф министрлығының почет грамоталары менән бүләкләү тантанаһы ла бик күтәренке тонда уҙҙы. Күп йыллыҡ хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланыусылар араһында Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Айсина ла бар ине.
Съезға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ноғман Мусиндың килеүе мәртәбә өҫтәне. Оло йәштәге яҙыусының, аҡһаҡал быйыл 88 йәшен тултыра, телебеҙ, илебеҙ яҙмышы өсөн борсолоп сығыш яһауы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. “Әсә һөтө менән ингән туған тел беҙҙе йәшәтә, кеше итә, киләсәккә йәшәү өмөтө уята. Беҙҙең иң ҡәҙерле, иң ҡиммәтле байлығыбыҙ – туған тел”, – тине ул.
Матур концерт ҡарағандан һуң, беҙҙе, съезд делегаттарын, дүрт маршрут буйынса Өфө ҡалаһының алдынғы мәктәптәренә ебәрҙеләр. Һәр уҡыу йорто ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршылап, тәүҙә экскурсия үткәрҙе, шунан оҫталыҡ дәрестәрендә тәжрибәле уҡытыусылар үҙҙәренең уҡытыу серҙәре менән уртаҡлашты.
Съездың программаһында ҡаралған өс сәғәтлек форсайт-сессияла уҡытыусыларҙы 35-40 кешенән торған ҙур төркөмгә бүлделәр, һәр төркөмдөң модераторы билдәләнде. Модераторҙар – Өфө мәктәптәренең директор-ҙары, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ине. Артабан модераторҙар ҙур төркөмдәрҙе тағы ла бәләкәй төркөмдәргә бүлде. Һәр төркөмдә көсөргәнешле эш башланды. Форсайт-сессияла әҙерләнгән проекттар “Башҡортостан Республикаһы милли мәғарифы үҫеше концепцияһы”, “Рәсәй Федерацияһында туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы”на инновацион проектына нигеҙ булараҡ тәҡдим ителде. Мәғариф министрлығы вәкилдәре ике йөҙләгән тәҡдимде ҡарап сығып, съездың дискуссия майҙансыҡтарына тәҡдим итте.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында икенсе эш көнө программаһы бик тығыҙ булды. Бер нисә майҙансыҡта урынлашҡан күргәҙмә эскспозициялары эше менән танышҡандан һуң, әйткәндәй, күргәҙмәләр ун сәғәт эшләне, барлыҡ делегаттар пленар ултырышҡа йыйылды.
Съезға йыйылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡортса сәләмләне: “Алдыбыҙҙа бер нисә бурыс тора һәм минең ошо йәһәттән фекерҙәрем менән уртаҡ- лашҡым килә. Бөгөн беҙ балаларыбыҙҙы нисек башҡорт теленә өйрәтеү, уны уҡытыу буйынса ниндәй алымдар индереү һәм уҡытыуҙы нисек модалы, заманса итергә кәрәклеген хәл итергә тейешбеҙ. Ошо ҙур эште бергәләп башҡарырбыҙ!”, – тине республика етәксеһе. Ул башҡортса насар һөйләшкән, әммә телде өйрәнергә теләгән милләттәштәрҙе ситкә тибәрмәҫкә, ярҙам итергә саҡырҙы, шулай уҡ республикала 12 лингвистика гимназияһын асырға тәҡдим итте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүсе бала- ларға юғары уҡыу йортона ингән саҡта балл өҫтәлеүен дә әйтте.
Бынан тыш Радий Хәбиров “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” танытмаларын тапшырҙы.
Башҡорт телен үҫтереүгә арналған тәүге уҡытыусылар съезын һәм уның ҡатнашыусыларын хөрмәт итеп, етәксенең тырышып башҡортса һөйләүе телдән ситләшкән милләттәштәргә һабаҡ булыр, тип ышанабыҙ. Телде өйрәнеүгә бер ҡасан да һуң түгел.
Пленар ултырыштан һуң дискуссия майҙансыҡтары эшләне. Был майҙансыҡтарҙа РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫарҙары, депутаттары, делегаттар ҡатнашты. Ете секцияла һөҙөмтәле эш алып барылды, һәр теләүсе үҙенең фекерҙәрен еткерҙе, һорауҙарына яуап алды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашлығында съезға йомғаҡлау яһалды, резолюциялар ҡабул ителде.
Съезд бик эшлекле барҙы. Хәл ителәһе мәсьәләләр күп, шул уҡ ваҡытта уларға ҡарата ыңғай ҡараш һиҙелде. Боҙ ҡуҙғалды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының тәүге съезы телебеҙ киләсәге хаҡына артабан яңы пландар менән тағы ла дәртләнеп эшләргә ҡанат ҡуйҙы.
Зилә МИНДИБАЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район
методик берекмәһе етәксеһе.