Был матур байрамда Мәсетле районынан Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Фирҙәүес Мөхәмәтова “Башҡортостандың 100 шағиры” конкурсына үтеп, финалист дипломына һәм матур бүләктәргә, рәхмәт хатына лайыҡ булды. Шулай уҡ олимпиадаларҙа алдынғы урындар алыусы, Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы уҡыусылары Илүзә Ғәләүева менән Константин Игнатьев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хатын алды.
Көн дауамында уҡыусылар өсөн секцияла төрлө интерактив, оҫталыҡ дәрестәре, башҡорт халыҡ ижады буйынса уйындар, билдәле шәхестәр менән осрашыу ойошторолдо. Артабан уҡыусыларҙы концерт залында тантаналы тәбрикләп, төрлө коллективтар, башҡорт рухлы балалар концерт номерҙары менән байрамдың мәртәбәһен күтәрҙе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, үҙ сығышында башҡорт телен үҫтереү, һаҡлауҙың мөһимлеген әйтеп, телебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа булыуын билдәләп үтте.