Оло Ыҡтамаҡ район элемтә узелы алтаҡтаһы Ошондай алтаҡталарға ҡарап, башҡорт теле өсөн йөрәк яна.
бөтә параметрҙар буйынса дөрөҫ эшләнгән.
Шулай итеп, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” законға ярашлы, дәүләт учреждениелары һәм сауҙа ойошмаларының алтаҡталары ике дәүләт телендә: башҡорт һәм рус телдәрендә башҡарылырға тейеш. Район үҙәге учреждениеларында һәм ойошмаларында был талаптар үтәлә. Ә бына сауҙа объекттарында хәлдәр башҡасараҡ: ҡайһы берҙәрендә башҡорт телендә бер яҙыу ҙа юҡ. Ҡайһылары закон талаптарына ярашлы эшләнһә лә, башҡортсаға тәржемәлә, стилистик һәм орфографик хаталар бар. Бик күп осраҡта башҡорт алфавиты хәрефтәре дөрөҫ ҡулланылмай. Мәҫәлән, Ҡ урынына К хәрефе яҙыла, Ә урынына – Е. Бер магазиндың алтаҡтаһында “Йәкшәмбе” һүҙендә “Йәкшәмбә” тип яҙылған, “ҡалаһы” – “калаһы”. Ҡайһы бер хаталар бөтөнләй башҡа һыярлыҡ түгел: бер магазинда “без выходных” һүҙе баш-ҡортсаға “башҡа выход-ный” тип тәржемә ителгән. Әгәр эре селтәрҙәргә ҡараған магазиндарға алтаҡталар бер урында эшләнә икән, тимәк, бындай хаталар беҙҙең районда ғына күҙәтелмәй.
Алтаҡталарҙы ике телдә дөрөҫ урынлаштырырға кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР законына ярашлы, башҡорт телендәге текст һулға йәки өҫкә ҡуйылырға тейеш, рус телендә – уңға йәки башҡортса яҙыуҙың аҫтына.
Һөйләп үтелгәндәргә бәйле, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” законды тормошҡа ашырыу буйынса дәүләт комиссияһының терминология хеҙмәте тәҡдиме менән таныштырабыҙ.
1. Учреждениелар һәм ойошмалар алтаҡталарын БР дәүләт телдәрендә яҙыу эстетик ҡағиҙәләргә һәм талаптарға яуап бирергә тейеш.
2. Алтаҡталарҙың үлсәме һәм фоны башҡорт һәм рус телдәрендә бер төрлө булырға тейеш.
3. Башҡорт һәм рус телдәрендә алтаҡталарҙа хәрефтәр бер ҙурлыҡта һәм төҫтә булырға тейеш.
4. Һүҙҙе юлдан-юлға күсереү, ҡыҫҡартыу, курсив менән яҙыу рөхсәт ителмәй.
… 8. Рус теленән баш-ҡортсаға тәржемәһе булған осраҡта, һүҙҙе тәржемә итеү мотлаҡ. Мәҫәлән:
Туҡталышы “Школьная” остановка – был хата.
Башҡорт һәм рус телдәрендә бер төрлө яҙылған һәм яңғыраған һүҙҙәрҙе ҡуллан-ғанда ҡағиҙәнән тайпылыш бар: магазин “Азамат” магазины – был дөрөҫ.
Район хакимиәте ҡарамағындағы терминология комиссияһы алтаҡталарҙы яҙыуға етди ҡарарға һәм булған хаталарҙы төҙәтергә саҡыра. Ғинуарҙа комиссия алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылышын тикшереү өсөн рейд-ҡа сығасаҡ. Тәржемәгә бәйле һорауҙарығыҙ килеп тыу-һа, “Мәсетле тормошо” район гәзитенең тәржемә бүлегенә йәки дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫарына мөрәжәғәт итегеҙ.
Зөһрә ҒӘНИЕВА, терминология комиссияһы ағзаһы.