Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт телдәре
14 Декабрь 2017, 18:16

Халҡым теле – миңә хаҡлыҡ теле, Унан башҡа минең илем юҡ…

Яңы уҡыу йылы республикала яңылыҡтар индереүҙән башланды: Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе – башҡорт теле – белем биреү учреждениеларында бары тик уҡыусының законлы вәкилдәре ризалығы менән генә уҡытыла ала. Әйтергә кәрәк, был мәсьәлә беҙҙең төбәк өсөн генә актуаль түгел, сөнки Рәсәй Федерацияһы территорияһында 21 республикала рус теле менән бер рәттән дәүләт телдәре индерелгән.

1990 йылда Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителеү менән республикала Баш-ҡортостан ерендә элек-электән йәшәгән халыҡтың телен өйрәнеү мөмкинлектәре киңәйҙе: башҡорт телендәге ваҡытлы баҫмалар һаны, радио һәм телевидение тапшырыу-ҙары артты, яңы тапшырыуҙар барлыҡҡа килеп, шунда уҡ халыҡта ҡыҙыҡһыныу яулап алды. Беҙҙең барыбыҙ ҙа яратҡан “Юлдаш” радиоһының нисек эшләп киткәнен яҡшы хәтерләй. Рус телле мәктәптәрҙә, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, дәүләт башҡорт телен уҡытыуҙы индерҙеләр. Һөҙөмтәлә уҡытыу рус телендә алып барыл- ған мәктәптәрҙе тамамлаусылар-ҙың күбеһе бөгөн 165 миллион кеше һөйләшкән төрки телле халыҡтарҙың (башҡорт теле лә ошо төркөмгә ҡарай) телмәрен аңлай һәм улар менән аңлаша ала. Ерле халыҡтың телен өйрәнеү халыҡтың тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән эш итергә мөмкинлек бирә, үҙ-ара аңлашыуға булышлыҡ итә. Был иһә киләсәген республика менән бәйләргә йыйынғандар өсөн бик мөһим.

Яңы уҡыу йылынан республика мәктәптәрендә дәүләт башҡорт теле ата-әсәләрҙең фекерҙәрен иҫәпкә алып уҡытыла. Рус һәм туған (рус булмаған) телдә уҡытылыусы дөйөм белем биреү ойошмаларының башланғыс кластарында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ дәрестән тыш өйрәнәләр, ә 5 – 9 кластарҙа ата-әсәләрҙең ғаризаһы буйынса дәүләт башҡорт теле аҙнаһына 1-2 тапҡыр инә. Башҡорт милләтенән булған балалар өсөн 11-се класҡа тиклем аҙнаһына 3 тапҡыр башҡорт телен өйрәнеү һаҡлана, шулай уҡ ата-әсәләр ризалығы менән.


Район мәктәптәрендә бөгөн туған телдәрҙе уҡытыуҙың нисек алып барылыуы хаҡында район мәғариф бүлеге методисы Венера Шафиҡова һөйләй:

Райондың 13 дөйөм белем биреү ойошмаһында туған башҡорт телендә 743 кеше белем ала, был уҡыусы башҡорттарҙың дөйөм һанының 50 процентын тәшкил итә. 6 мәктәптә 505 уҡыусы (башҡорт милләтле уҡыусыларҙың дөйөм һанының 34 проценты) үҙенең туған башҡорт телен өйрәнә. Башҡорт милләтле 191 уҡыусы (13%) үҙенең туған башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.

Районыбыҙҙың 4 мәктәбендә 254 уҡыусы татар теле һәм әҙәбиәтен өйрәнә, был 34 процентты тәшкил итә. 3 мәктәптә 135 (18,02%) уҡыусы татар телендә уҡый. Барлығы татар телен һәм әҙәбиәтен 389 уҡыусы (татар уҡыусыларының дөйөм һанының 52 проценты) өйрәнә һәм уҡытыла. Шулай итеп, рус милләтенән булмаған барлығы 1828 уҡыусы (81%) үҙенең туған телен һәм әҙәбиәтен өйрәнә.

Башҡорт милләтенән булмаған 863 уҡыусы (63,1%) башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.

Рус милләтле 552 уҡыусы (рус милләтенән булған дөйөм уҡыусылар һанының 92 проценты) үҙ туған рус телдәрен өйрәнә, рус милләтенән булмаған 554 уҡыусы (рус милләтенән булмаған дөйөм уҡыусылар һанының 24,4 проценты) рус телен туған тел булараҡ өйрәнә.

Туған телдәрҙе өйрәнеү һәм уны уҡытыу бөгөн мотлаҡ булып тора. Уҡыусының аттестатында туған телдән һәм әҙәбиәттән баһаның булмауы боҙоу буласаҡ, был, уҡыусы белем алыу процесын тамамламаған, тигәнде аңлата, уҡыу йорттары уның документтарын ҡабул итмәйәсәк. Аттестатта туған тел һәм әҙәбиәттән баһа мотлаҡ торорға тейеш.


Туған телде уҡыу мөмкинлеген биреү тураһында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы Федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич та әйткәйне:

Рәсәй халыҡтарының туған теле бар – уны һәр кеше үҙе өсөн һайлай ала, ә балиғ булмағандар өсөн ата-әсә йәки законлы вәкил һайлай. Һәм, Конституцияға ярашлы, дәүләт телен республика закондар йыйылмаһына тап килтереп үҙ аллы билдәләй.

Рәсәй Федерацияһында бер кем дә һәм бер ҡасан да туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүҙе тыймаған. Киреһенсә, был беҙҙең Конституция һәм федераль закон менән бирелгән хоҡуҡ. Халыҡ-ара ҡануниәт анализы күр- һәтеүенсә, донъялағы бер генә илдә лә “төбәктең дәүләт теле” тигән төшөнсә юҡ.

Төбәк телдәре бар, бар милли телдәр, улар төрлөсә атала, ләкин Рәсәй Федерацияһында беҙҙең ҡануниәт менән республикаларға, милләт-ара мөнәсәбәттәр хәленең бөтә ҡатмарлылыҡтарын, бөтә исемлеген иҫәпкә алып, дәүләт телдәрен федерацияның тейешле субъекттарында билдәләргә тигән хоҡуҡ бирелгән. Беҙҙең ҡануниәт – донъяла иң либералле һәм был хоҡуҡ Конституция менән гарантияланған.

Һәр граждан, һәр ата-әсә, законлы вәкил ниндәй телде туған тел тип иҫәпләргә һәм дәүләт телен нисек өйрәнергә йәки өйрәнмәҫкә икәнлеген үҙе һайлай, уға бындай хоҡуҡ бирелгән. Дәүләт бурысы – был мөмкинлек менән тәьмин итеү. Бөгөн беҙҙең ҡануниәт тарафынан был эш тулыһынса яйға һалынған. Әгәр ҙә ата-әсә йәки законлы вәкил республиканың дәүләт телен өйрәнмәҫкә тигән ҡарар ҡабул итә икән, белем биреү ойошмаһы мәктәп мөмкинлектәрен иҫәпкә алып уны башҡа уҡыу предметы менән алмаштырырға тәҡдим итә.


Туған телдәр тураһында һүҙҙе йомғаҡлап шуны әйтке килә: әгәр ҙә ата-әсәләр мәктәптәрҙә туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләһенә етди ҡарай, рус теле менән бергә туған телдәрҙе өйрәнеү мөһимлеген аңлай икән, беҙ киләсәк быуын өсөн әсәйҙәр бишек йырын көйләгән, атайҙар тормошто өйрәткән, Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, татар шағиры Ғабдулла Туҡай кеүек бөйөк шәхестәр һөйләшкән үҙ телдәребеҙҙе һаҡлай аласаҡбыҙ. Эште ғаиләнән – балалар менән туған телдә һөйләшеүҙән башларға кәрәк. Һуңынан телде юғалтмаҫ өсөн бөгөндән һөйләшә башлайыҡ. Теле булмағандың иле юҡ бит. Мәҡәләмде Башҡорт-остандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры менән тамамларға теләйем.

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да — йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел —

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Илe юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә — сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Зөһрә ҒӘНИЕВА әҙерләне.