

Уның биографияһы – ябай ауыл эшсәне тарихы. Рита Вәдит ҡыҙы Айып ауылынан. Ете бала араһында ул бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә һәм һеңлеләрен ҡарай. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ һөнәрселек-техник училищеһында ашнаҡсы һөнәрен ала. Һуңынан Йонос ауылы егетенә кейәүгә сыға. Ғаилә иренең тыуған яҡтарында төпләнә. Ир менән ҡатын ике бала тәрбиәләй – ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Рита Вәдит ҡыҙы колхозда ашнаҡсы, шулай уҡ почтальон булып эшләй. Кадрҙар мәсьәләләре менән шөғөлләнә, ауыл советында хеҙмәт итә.
17 йыл элек Рита Вәдит ҡыҙының ире баҡыйлыҡҡа күсә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул балаларына яҡшы белем алырға ярҙам итә. Хәҙер ҡыҙы ғаиләһе менән Первоуральск ҡалаһында йәшәй, дүрт бала тәрбиәләй. Улы Тыуған ил һағында тора. Позывнойы – “Тигр”. 2022 йылдың сентябрендә ул махсус хәрби операцияға мобилизациялана. Сержант дәрәжәһендә хәрби госпиталдә медбрат булып хеҙмәт итә. Яҡшы хеҙмәте өсөн “Тигр” частың медицина хеҙмәтенән рәхмәт хаттары, грамоталар һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға”, “Үлеп барыусыны ҡотҡарған өсөн”, II дәрәжәләге “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградлана.
Улы махсус хәрби операцияға киткән көндән алып ҡатын йоҡоһон һәм тыныслығын юғалта. Улы тураһындағы уйҙарҙан һәм хафаланыуҙан арыныу өсөн, ҡатын әүҙем рәүештә ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә һәм яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам йыя башлай. Тыуған өй мөхитен тыуҙырырға тырышып, блиндаж шәмдәре һәм һүнмәҫ шырпылар әҙерләй башлай. Уның әҙерләп ебәргән ярҙамы араһында үҙ умарталығынан яугирҙарға көс бирерлек бал, һурпаға тәмләткестәр, һуттар һәм шифалы үләндәрҙән әҙерләнгән хуш еҫле сәйҙәр, шулай уҡ үҙ ҡулдары менән бәйләнгән йылы әйберҙәр һәм йыуғыстар була. Шулай уҡ ул “Сушим Мечетли” ирекмәнлек хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, унда һалдаттар өсөн киптерелгән аҙыҡ-түлек әҙерләүҙә ярҙам итә.
– Улым бик һирәк шылтырата һәм яҙа, һөйләшкәндә ул яугирҙарыбыҙҙың нимәгә мохтаж булыуын һөйләй, мин иң мөһимен генә әҙерләргә тырышам. Йәй буйы йәшелсә үҫтерәм һәм бәшмәк, еләк йыям, – тип уртаҡлаша Рита Вәдит ҡыҙы.
Махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙамы өсөн ул Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһы һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Былтыр Рита Вәдит ҡыҙы Йонос ауылынан Оло Ыҡтамаҡҡа күсеп килә.
Күптән түгел “Тигр” ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты, уны иң ҡәҙерле кешеһе – әсәһе, шулай уҡ туғандары һәм яҡындары ҡаршы алды. Ҡыҫҡа ваҡытлы ял һиҙелмәй ҙә үтеп китер, әммә ғаиләһендәге был бер нисә көн – ул һәм әсә өсөн иң ҙур бүләк.
Луиза ЗАКИРОВА.