“Улым ҡайҙа – шунда минең Ватаным!”

Беҙҙең аранан илһөйәрлеген эше менән иҫбатлаған ысын патриот китте… Ишетеү һәм тыңлау, хыялланыу һәм эш итеү, һөйләү һәм башҡарыу – был һүҙҙәр араһында ҙур айырма, ҡаҙаныштар һәм тәүәккәллек ята. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Наилә Ғәлимова уйлап, икеләнеп тороуҙы түгел, ә эште башҡарыуҙы һайлай. Һәм ошо принцип менән МХО яугирҙарына ярҙам итергә ҡарар итә. Ил яҙмышына битараф булмаған, тәүәккәл, ҡыйыу – яҡташтары хәтерендә ул шундай булып ҡаласаҡ…

“Улым ҡайҙа – шунда минең Ватаным!”“Улым ҡайҙа – шунда минең Ватаным!”
“Улым ҡайҙа – шунда минең Ватаным!”

Ғәлимова Наилә Бәғҙән ҡыҙы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Дүрт ҡыҙ һәм бер ул үҫкән ғаиләлә Наилә иң кесеһе була.
Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен тамамлағандан һуң ул Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһына юллана. Кулинария училищеһына уҡырға инә, унда кондитер һөнәрен үҙләштерә.
Первоуральскиҙа кейәүгә сыға, улы тыуа. Шунда уҡ хеҙмәт юлын башлай, ә ике йылдан тыуған районына ҡайта.
Бында уны район ҡулланыусылар йәмғиәтенең кулинарияһына ҡабул итәләр. Унда Наилә Бәғҙән ҡыҙы 30 йылдан ашыу эшләй.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: коллегалары һәм дуҫтары был ваҡытта уның ойоштороу һәләтен һиҙә – ул кешеләрҙе берләштерә, яңы идеялар башлап ебәрә белә. Коллегалары хәтерләүенсә, кәрәк саҡта тура һүҙле, талапсан да була, дөрөҫлөктө ярата, үпкәләп йөрөүҙе белмәй.
Район ҡулланыусылар йәмғиәте тарҡалғас, Наилә Ғәлимова аптырап ҡалмай: эшкә күнеккән ҡатын Себер тарафтарына китә, ҙур нефть компанияларының береһенә ашнаҡсы булып эшкә урынлаша. Унда үҙен эш оҫтаһы итеп күрһәтә, йәштәр менән тәжрибә уртаҡлаша. Бынан тыш, яҡташтарына эшкә урынлашырға ярҙам итә.
Хаҡлы ялда ла эшләүен дауам итә.
Берҙән-бер улын һәр яҡлап ҡурсалап үҫтерә, уға йорт һалыуҙа ярҙам күрһәтә. Улы өйләнә, йәш ғаиләлә ҡыҙ бала тыуа. Ул да төньяҡта вахта ысулы менән эшләгәндә, 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация буйынса повестка ала. Унан ул махсус хәрби операция зонаһына хеҙмәт итергә китә.
Шул ваҡыттан алып әсә йөрәге тыныслығын юғалта. Ҡатын улының именлеге һәм өйөнә иҫән ҡайтыуы өсөн доғалар ҡылып, ғәзиз балаһы тураһында уйланып ҡына ҡалмай, яугирҙарға әүҙем ярҙам итә башлай.
Ике туған һеңлеһе Гөлнара хәтерләүенсә, вахталар араһында ул эшләп тапҡан аҡсаһын төрлө гуманитар ярҙам һатып алыуға һала, туғандарын һәм таныштарын уның өлгөһөнә эйәрергә, яугирҙар өсөн ныҡлы тыл булырға саҡыра. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем ысын күңелдән Рәсәйҙең көсө һәм ҡеүәте, шулай уҡ егеттәребеҙҙең илһөйәрлек рухы еңеүгә килтерер тип ышана.
– Наилә һәр ваҡыт хәстәрлекле булды, – тип хәтерләй туғандары. – Ә улы МХО-ға киткәс бөтә көсөн хәрбиҙәргә ярҙамға йүнәлтте. Бер генә гуманитар ярҙам да уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәне.
Ошо йылдар эсендә ул өс автомобиль һатып ала, уларҙы “Ышаныслы тыл” хәрби берләшмәһе ағзалары ремонтлай һәм МХО зонаһына ебәрә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ул берләшмә менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, “Ышаныслы тыл” да уға кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙа.
Ҡыйыу ҡатын үҙе махсус операция зонаһына сыға. Башта улының батальоны дислокацияһы урынына алыҫ түгел Мариуполға тиклем бара, һуңынан частың артынан китә.
Ҙур юл сумкаларына аҙыҡ-түлек – ит, йәшелсә һала, эш хаҡына еләк, бәшмәк, ит-колбаса изделиелары һатып ала һәм көнбайышҡа – улына яҡыныраҡ юллана. Автобус-тарҙа йөрөй, сөнки аҙыҡ-түлек һәм башҡа ярҙам һалынған сумкалар йыш ҡына машинаға һыймай, самолетта оса.
МХО зонаһында ул бәләкәй генә йорт ҡуртымға ала, унда көн һайын улы һәм уның хеҙмәттәштәре өсөн аш-һыу әҙерләй, керҙәрен йыуа. Ваҡыт үтеү менән хәрбиҙәр уға шул тиклем күнегә, уны әсәләре кеүек күрәләр, һаҡлайҙар, уның хәстәрлеге һәм Ватанға булған тоғролоғо өсөн хөрмәт итәләр. Наилә Бәғҙән ҡыҙы, мөмкин булғанда туғандары менән видеоэлемтә аша аралашҡанда, “яугирҙарҙы улдарым кеүек күрәм”, ти. Улар-ҙың батырлығына һәм сыҙамлығына ихлас һоҡлана. Уның һөйөүе һәм хәстәрлеге дары еҫендә түгел, ә боҙло окопта йылытырға һәләтле ҡайнар аш һәм яңы бешерелгән икмәк тәмендә сағыла.
Һалдаттарға ҡарата хәстәрлеге һәм битараф булмағаны өсөн уны “МХО-ла ҡатнашыусының әсәһенә” миҙалы менән бүләкләйҙәр.
Һуңғы тапҡыр мәсетле ҡатыны МХО-ла изге миссия менән былтыр көҙҙән яҙға тиклем булды. Ошо ваҡыт эсендә үҙ күҙҙәре менән Ватан, йорт һәм яҡындар өсөн көрәштең ниндәй хаҡ менән яуланыуын күрҙе. Һәләк булғандар араһында уның “минең уландарым” тип йөрөткән егеттәр ҙә булды. Барыһы өсөн дә ҡатындың йөрәге әрнеп һыҙланды.
Наилә Ғәлимованың быға тиклем дә бер нисә тапҡыр һаулығы үҙен һиҙҙерә. Эше еңелдән булмай: дошман дрондарының йыш осоуы, атыу һәм бомбаға тотоу тауыштары ҡатындың һаулығына көслө йоғонто яһай. Һөжүм эҙемтәләре тураһында хәбәрҙәр тынғыһыҙ яҡташыбыҙҙың күңеленә ауыр йөк булып ята. Наилә Бәғҙән ҡыҙының йөрәге Өфөгә төшкән самолетта туҡтай.
Был хаҡта хәбәр барыһын да шаңҡытты. Туғандары һәм таныштары көслө энергиялы, энтузиазм менән тулы кешенең ҡапыл донъянан китеүенә ышанманы.
Ерләүгә туғандарынан тыш бик күп яҡташтары – дуҫтары, класташтары, коллегалары килде. Улар уның ихлас һәм битараф булмауын иҫкә төшөрҙө, күңелдәрендә ҡаласаҡ изге эштәре тураһында һөйләне.
– Вафат булыуына 50 көн үтте, юғалтыу ҡайғыһы күңелдә баҫылмай. Беҙҙең аранан сағыу һәм көслө рухлы кеше китте. Ул тирә-яҡтағыларға, шул иҫәптән беҙҙең һалдат-тарға ла мәрхәмәтлек күрһәтте, ихлас ярҙам ҡулы һуҙҙы, маяҡ булып беҙҙе хаҡ эштәргә йүнәлтте, – ти класташы. – Уның һөйләгәндәре әле лә ҡолаҡта яңғырай. Унда, МХО зонаһында, урындағы халыҡ унан: “Ни өсөн һеҙ бында оҙаҡ тораһығыҙ? Үҙ Ватанығыҙ юҡмы?” – тип һорай. Ул: “Минең Ватаным – улым булған ерҙә!” – тип яуап ҡайтара. Ул улы, яугирҙарыбыҙ, илебеҙ өсөн үҙен йәлләмәне.
Башлаған эшен беҙгә дауам итеүҙе васыят итеп ҡалдырып китте, улдарыбыҙ сиктәрҙе һаҡлағанда Ватаныбыҙ улар янында булыуын, әсә ҡулдарының йылыһы барып етеүен иҫбатланы.

Автор: