

Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө автотранспорт колледжында белем ала, һуңынан Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыуын дауам итә.
2007 йылда егет хәрби хеҙмәткә саҡырыла, унда танк командиры була. Бер йылдан һуң грузин-осетин конфликтында ҡатнаша, сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә. Яугир “Кавказдағы контртеррористик операцияла ҡатнашыусы”, “Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветераны” һәм “Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәт өсөн” миҙалдарына лайыҡ була, шулай уҡ Ватан алдындағы ҡаҙаныштарын раҫлаусы “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” танытмаһын ала.
2010 йылда “Нәзир” һөйгән йәре менән ҡауышып, ғаилә ҡора. Әле ҡатыны Эльмира менән бергә ике бала – ҡыҙҙары Эмилия һәм улдары Әмирҙе тәрбиәләйҙәр. Йәш ғаилә Оло Ыҡтамаҡ ауылында төпләнә.
“Нәзир” Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығында һөнәре буйынса эшләй, производство-техник бүлеге инженеры була. Хеҙмәттәштәре уны яуаплы хеҙмәткәр итеп ҡабул итә, профессионал булараҡ хөрмәт итәләр.
2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация башланғас, Мәсетле егете МХО зонаһына юллана, һуңынан контрактҡа ҡул ҡуя. Әлеге ваҡытта Украина биләмәһендә мотоуҡсылар полкында матди тәьминәт взводында “КамАЗ” водителе булып хеҙмәт итә.
Башҡа һалдаттар кеүек үк ул көн һайын ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, дрон һәм артиллерия уты аҫтында юлһыҙ ерҙәрҙе үтеп, үҙе алдында торған бурыстарҙы үтәй.
– Кәрәк булған осорҙа илеңә хеҙмәт итеү – ул тәрән яуаплылыҡ һәм илһөйәрлек тойғоһо, тормош шарттарына һәм һөнәргә ҡарамай, йәмғиәткә файҙа килтерергә әҙер булыу. Был төрлө яҡлы төшөнсә, унда һәр граждандың эске бурыстары һәм аныҡ эштәре берләшә, – ти ир.
Ҡуйылған йөкләмәгә намыҫлы мөнәсәбәте һәм хеҙмәт бурыстарын өлгөлө үтәгәне өсөн ул Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларының береһе – “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы менән бүләкләнгән. Бынан тыш, уға хеҙмәт бурыстарын тап төшөрмәй үтәгәне һәм өлгөлө хәрби дисциплинаһы өсөн командованиенан Почет грамоталары тапшырылған.
Алғы һыҙыҡта булған хәрби тәжрибәгә эйә “Нәзир”ҙе яратҡан, ғорурланған туғандары һәм яҡындары сабырлыҡ менән көтә, яугирға көс бирә. Улар ир һәм ғаилә башлығы өсөн – ышаныслы тыл.
Камилла
МУСАКӘЛИМОВА.