Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
26 Февраль , 11:10

Хәҙерге һуғышта пилотһыҙ осоусы аппарат операторының роле

“Айғыр” отрядының “Башҡортостан” полкында хеҙмәт иткән Түбәнге Бобин ауылы яугиры “Акула” пилотһыҙ осоусы аппарат өлкән операторы һәм инструкторы вазифаһында хеҙмәте тураһында һөйләне. Ул заманса хәрби конфликт шарттарында пилотһыҙ осоусы аппарат операторы эшенең айырым әһәмиәтен билдәләй.

Хәҙерге һуғышта пилотһыҙ осоусы аппарат операторының роле
Хәҙерге һуғышта пилотһыҙ осоусы аппарат операторының роле

Тылдағы төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең күбеһе пилотһыҙ осоусы аппарат операторы эшмәкәрлегенең характеры тураһында хаталы фекер йөрөтә. Операторҙың эше заманса технологиялар ярҙамында урында тикшереү алып барыуға ғына ҡайтып ҡала тип иҫәпләйҙәр күптәр. Әммә ысынбарлыҡта улар күпкә киңерәк һәм мөһимерәк: операторҙар штурмлаусыларҙың “күҙе” булып тора.
Махсус хәрби операция башында Рәсәй армияһы артиллерия, бронетехника һәм авиация кеүек традицион һуғыш алып барыу алымдарына баҫым яһаны. Уларҙың әһәмиәте әле лә кәмемәгән, был Рәсәй Оборона министрлығының көндәлек мәғлүмәттәре менән раҫлана. Шуға ҡарамаҫтан, пилотһыҙ осоусы аппарат операторҙарының эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә булыуы асыҡланды. Был илдең оборона ведомствоһы отчёттарында ла сағыла.
Дрондар ғәскәрҙәргә яу яланында йүнәлеш алырға ярҙам итә, ҡамау йәиһә миномет позицияһы кеүек йәшерен хәүефтәрҙе асыҡлай. Был операторҙы хәрби бурысты уңышлы үтәүҙең мөһим элементы итә.
– Махсус хәрби операция барышында Рәсәй хәрбиҙәре пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идара итеүҙе уңышлы үҙләштерә. Башта улар үҙ аллы өйрәнде, һуңынан тәжрибәле инструкторҙар етәкселегендә полигондарҙа әҙерлек үтте, шулай уҡ хәрби шарттарҙа ҡиммәтле тәжрибә алды. Хәҙерге операторҙар йәш һәм тиҙ реакцияға эйә. Пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идара итеүҙе үҙләштергән операторҙың хеҙмәте ҙур баһаға эйә, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен булдырыу – ул алға табан һиҙелерлек аҙым. Беҙҙең сафҡа заманса гаджет, компьютер һәм башҡа техник ҡоролма менән эшләү тәжрибәһенә эйә йәш белгестәр килә. Тәжрибә менән йәшлекте берләштереү МХО маҡсаттарына һөҙөмтәле өлгәшергә мөмкинлек бирә. Килешеү төҙөр алдынан уҡ быларҙың барыһын да аңланым, – ти яугир. – Был ролгә әҙерлегем хәрби күнекмәләр ваҡытында башланды һәм алғы һыҙыҡҡа юлланыр алдынан беренсе уҡыу үҙәгендә дауам итте. Унан һуң өҫтәмә уҡыу үҙәктәре һәм курстары башланды.
Хәрби билдәләүенсә, пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идара итеү тармағы, даими уҡыуҙы һәм квалификацияны күтәреүҙе талап итеп, юғары темп менән үҫешә.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү бер төркөм мөһим өҫтөнлөктәрҙе күҙ уңында тота:
  Юғары хәүефһеҙлек: операторҙар хәрби бәрелеш һыҙатынан алыҫта тора, был иһә юғалтыу хәүефен кәметә.
  Һығылмалы хеҙмәт графигы: килешеү бер йылдан да кәм булмаған ваҡытҡа төҙөлә, ул хеҙмәт шарттары менән тыныс танышырға, артабанғы карьера тураһында уйланылған ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирә.
  Һөнәрҙе һаҡлау: килешеүҙә хәрби хеҙмәткәрҙе уның яҙма ризалығынан тыш икенсе вазифаға йүнәлтергә ярамағанлығы аныҡ күрһәтелгән.
  Тулы социаль пакет: пилотһыҙ осоусы аппараттар өлкәһендә контракт төҙөүселәр ҡануниәттә ҡаралған барлыҡ льготалар, компенсациялар һәм социаль гарантиялар ала.
  Студенттар өсөн шарттар: студенттар академия отпускыһы алып хеҙмәт итә ала, ә ҡайтҡандан һуң уҡыуҙарын бушлай дауам итә.
  Матди дәртләндереү: юғары күрһәткестәргә өлгәшкән белгестәргә ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәгән өсөн 50–500 мең һум премия ҡаралған.
Мәсетле районында хәрби хеҙмәткә кандидаттар менән эшләү буйынса белгестең телефоны: 8-917-463-18-87. Хәрби комиссариат Мәсәғүт ауылы, Коммунистик урамы, 16 адресы буйынса урынлашҡан. Телефон: 8 (34798) 3-14-05, 3-14-04.
Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: