Дәүләт башлығы Рәсәй Ҡораллы көстәренең махсус хәрби операция биләмәһендә уңышлы алға барыуы хаҡында һөйләне. Бигерәк тә ул Рәсәй подразделениеларының Краснолиманск йүнәлешендәге эшен билдәләне.
«Ағымдағы йыл аҙағына тиклем Рәсәй Ҡораллы көстәренең фронт һыҙығында яңы уңыштарының шаһиты булырбыҙ тип ышанам», — тине Владимир Путин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» программаһында Башҡортостандан дүрт журналист, шул иҫәптән «Башинформ» хәбәрсеһе Ләйсән Закирова ҡатнаша.
Фото: видеонан стоп-кадр / Рәсәй-1