Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Декабрь 2025, 12:20

Тыуған йорт йылыһы

Был ҡышҡы һалҡын көндәрҙә МХО яугирҙары хәстәрлек һәм ярҙамыбыҙҙы тойһон

Тыуған йорт йылыһы
Тыуған йорт йылыһы

Әләгәҙ ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү өсөн берләште.
– Яугирҙарыбыҙ беҙҙең улар менән икәнлекте тойһондар өсөн улар- ға ярҙам итәбеҙ! Оло һөйөү менән бешерелгән татлы сәк-сәктәр уларға йорт йылыһын, туғандарын хәтерләтһен, өйҙә уларҙы көтөүҙәре хаҡында иҫтәренә төшөрөп торһон, – ти ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зөлфиә Абдулхаҡова.
Татлы тәмлекәс уның өйөндә әҙерләнде, он һәм сәк-сәк өсөн майҙы Зөлфиә Данис ҡыҙы үҙе һатып алған.
* * *
Яңы йыл һәм Ватан Геройҙары көнө алдынан Мәсетле районы мәктәптәрендә уҡыусылар, “Һалдатҡа хат” акцияһына ҡушылып, МХО-ла хеҙмәт иткән яугирҙарға открыткалар әҙерләне. Ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнгән һәр открыткала балалар алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡыйыулыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн яугирҙарға рәхмәт һүҙҙәрен яҙҙы.
Яңы йыл открыткалары МХО-ла илебеҙ именлеге һағында торған яҡташтарҙы һәм ысын күңелдән уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүселәрҙе берләштереүсе үҙенсәлекле күпергә әүерелде.
* * *
Илебеҙ һағында торған хәрбиҙәргә ярҙам итеү маҡсатында Ватан Геройҙары көнө алдынан Оло Ыҡтамаҡ лицейында окоп шәмдәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы.
7 “Г” һәм 8 “В” кластарынан йәш ирекмәндәр эшкә ҙур дәрт һәм тулҡынланыу менән тотондо. Уҡыусылар яһаған һәр шәм – ул балаларҙың яугирҙарға ихлас рәхмәте һәм ышаныс билдәһе.
Шулай уҡ лицей уҡытыусылары, педагогик хеҙмәт ветерандары һәм уҡыусылар маскировка селтәрҙәре булдырыу өҫтөндә эшләй. Улар Ватанға тылда хеҙмәт итеү өлгөһөн күрһәтә.
– Беҙ еңеүгә өлгәшеү өсөн уртаҡ эшкә бәләкәй генә булһа ла, әммә ихлас өлөш индерербеҙ, тип ышанабыҙ. Ошо сарала ҡатнашҡан һәр кеше менән ғорурланабыҙ һәм бындай башланғыстың рухты нығыта алыуын, бергә көслө була белеүебеҙҙе күрһәтәбеҙ! – ти ирекмәндәр.
* * *
Теләш мәктәбенең “Тыуған яҡты өйрәнеү музейы” берләшмәһе уҡыусылары ла хәрбиҙәргә ярҙам итә. Балалар ауылдың әүҙем халҡы менән берлектә урындағы мәҙәниәт йортонда маскировка селтәрҙәре үрә. Йәш патриоттар ҡулы менән яһалған был маскировка селтәре алғы һыҙыҡта торған һалдаттарҙы ышаныслы һаҡлаясаҡ.
* * *
Ләмәҙтамаҡ ауылының “Әхирәттәр” төркөмө активистары тыуған яҡ ялан-ҡырҙарында йыйылған үләндәр-ҙән сәй әҙерләп, үҙ өлөшөн индерҙе. Яугирҙар өсөн сәй уларға һаулыҡ, көс теләп һәм изгелектең яуызлыҡты еңеүенә ышаныс менән әҙерләнгән.
– Шифалы сәйҙәребеҙ ялан шарттарында хеҙмәт иткән егеттәребеҙҙең күңелен күтәрһен һәм яҡшы кәйеф бүләк итһен. Геройҙарыбыҙ иң яҡшыһына лайыҡ, беҙ уларға рәхмәтебеҙҙе белдереү һәм ярҙамыбыҙҙы еткереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип билдәләй ҡатын-ҡыҙҙар.
Бынан тыш, Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары бергәләп окоп шәмдәре әҙерләгән, өй туҡмасы киҫкән, сохари киптереп, пластик контейнерҙарға һалған.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

Һүрәттәрҙә: Әләгәҙ ауылы уңғандары татлы ризыҡ әҙерләй;   Теләш мәктәбе уҡыусылары ла еңеүгә үҙ өлөшөн индерә

* * *

19 декабрҙә МХО зонаһына гуманитар йөк оҙатыла. Яугир-ҙарҙың үтенесе буйынса йөк йыйыу бара. “Нива” автомобиле, асҡыстар йыйылмаһы, “Булат” дроны детекторы, тепловизор, домкрат (12 тоннаға), таҡта (киҫелгән), ҡаплаулы тент (антидрон), бензин бысҡылар, рабица селтәре, маскировка селтәре, генераторҙар, бирсәткәләр, дымлы салфеткалар, газ баллондары, шөрөп борғостар, ҡаҙаҡтар (үлсәме – 100-250), саморездар, термокейем (үлсәме – 48-ҙән 60-ҡа тиклем), түшәк кәрәк-ярағы (ҡулланыуҙа булған да мөмкин, бөтөн һәм таҙа булыуы мөһим), пледтар, көрәктәр, балталар, сүкештәр, пакеттарҙа сәй, автономлы дизель генераторы һәм башҡалар кәрәк.
Гуманитар йөк Йәштәр үҙәгендә (Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 26) һәм “Флагстрой” базаһында (Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Революция урамы, 120) ҡабул ителә.
Шулай уҡ 8-919-148-85-12 номеры буйынса (Екатерина Крючкова – Йәштәр үҙәгенең хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса белгесе) кәрәкле тауарҙар һатып алыу өсөн аҡсалата өлөш индерергә мөмкин. Хәбәрҙә “Помощь бойцам” һүҙен күрһәтегеҙ.

Тыуған йорт йылыһы
Тыуған йорт йылыһы
Автор: