Яугирҙың наградалары иҫәбендә – III дәрәжә “Һалдат даны” иҫтәлек билдәһе. Ул Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының наградаһына хәрби иптәшен ҡотҡарған өсөн лайыҡ була.
– Мин һәм тағы ике яугир хәрби дежурҙан һуң ял иткәндә бер минаның осоп үтеүен ишеттек, икенсеһе – блиндажға килеп төшөп, беҙҙе ер менән күмде. Соҡоп сығырға тырыштыҡ, башҡа яугирҙар менән бәйләнешкә индек. Ләкин иптәшебеҙҙең береһе ҡаты яраланған ине. Уға беренсе ярҙам күрһәтеп, хәүефһеҙ урынға эвакуацияланыҡ, – тип һөйләй “Большой”.
Яугир кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн уйлап һәм тиҙ эш иткән. Награданы уға батальон командиры тапшырған.
Шул уҡ 2023 йылда хәрби “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” иҫтәлекле миҙалына лайыҡ була, 2024 йылда уны “Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларын азат иткән өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр.
– Луганск батальондарында хеҙмәт иттем, минең янда төрлө милләттән, төрлө дин тотҡан яугирҙар бар ине. Улар, яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшеү өсөн берләшеп, ғәҙеллек һағында тора. Хәрби хәрәкәттәр шарттарында милләт айырмаһы юҡ. Барыбыҙҙы ла бер маҡсат берләштерә – ҡуйылған бурысты уңышлы үтәү һәм иҫән ҡайтыу.
Хәҙер “Большой” – “Александр Невский” хәрби-патриотик клубының хәрби һәм физик әҙерлек буйынса остазы. Йәштәр менән эшләй, уларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй, дисциплинаға өйрәтә, сыҙамлылыҡ, түҙемлек кеүек сифаттар сыныҡтыра. Уның һүҙҙәренсә, клубта Еңеү көнөн байрам итеүгә әҙерлек буйынса ҙур эш алып барыла.
Геройыбыҙҙың эшмәкәрлеге илһөйәрлек йүнәлешендәге сараларҙа ҡатнашыу менән тығыҙ бәйле. Хеҙмәт ваҡытында алған тәьҫораттары һәм һабаҡтары хаҡында һөйләгәндә, Ватанға хеҙмәт итеү ул бурыс ҡына түгел, ә ысын ир-егеттәрҙең аңлы рәүештә һайлаған юлы ла булыуын йәш быуынға аңларға ярҙам итергә тырыша.
Ул былай ти:
– Хәрби бурысты үтәү ҡыйыулыҡ һәм түҙемлек талап итеүен һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк. Хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәр кемдең ата-әсәһе, тормош иптәше һәм балалары янына имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем. Барыһы менән дә яҡшы мөнәсәбәттә булдыҡ, мин һәр саҡ ярҙамға иҫәп тота алдым. Шулай уҡ беҙҙең менән иңгә-иң терәп ЛНР һәм ДНР егеттәре хеҙмәт итте, – тип уртаҡлаша ул. – Әлеге ваҡытта МХО-ла бик күп этник төркөм вәкилдәре ҡатнаша.
Ошо көндәрҙә “Большой” Мәсетле районының экология станцияһында сарала ҡатнашты. Йәш экологтар яугир менән бергә ҡоштар өсөн тағараҡ эшләне.
Сарала уҡытыусылар тағараҡ төрҙәре, ҡышлаусы ҡоштарҙы ҡасан һәм нисек ашатырға кәрәклеге хаҡында аңлатты. Яугир махсус хәрби операция барған биләмәлә йәшәгән ҡоштарҙың төрҙәре хаҡында һөйләне. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, хәрбиҙәр ҡоштар хаҡында хәстәрлек күрә һәм улар өсөн ҡул аҫтындағы материалдарҙан, атап әйткәндә, консерва һауыттарынан тағараҡ яһай. МХО-ла ҡатнашыусы яугир уларҙы эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, ә сарала ҡатнашыусылар уҡытыусылары етәкселегендә “ҡоштар ашханаһы” әҙерләне.
Әҙер яңы тағараҡтарҙы Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто янындағы ағастарға элделәр.
Билдәләп үтергә кәрәк: экостанция Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто нигеҙендә асылды.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.