Өфөлә Башҡортостандың төп символы булып иҫәпләнгән Салауат Юлаев һәйкәлен рес-таврациялауға әҙерләнәләр. 1967 йылда скульптор Сосланбәк Тавасиев эшләгән был монумент 40 тоннаға яҡын ауырлыҡтағы 10 метрлыҡ суйын ат һынынан ғибәрәт. Реставрация проекты икеләтә тарихи-мәҙәни экспертизаны уңышлы үткән һәм әле Башҡортостан дәүләт экспертизаһында баһа ала.
Эксперт комиссияһы сос-тавына комиссия рәйесе Дарья Зайцева, яуаплы секретары Александр Быков һәм комиссия ағзаһы Алексей Хорликов инде. Уларҙың барыһы ла мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса эштәр башҡарыуға дәүләт экспертизаһы төҙөүҙә ҙур тәжрибәгә эйә.
Һәйкәлде реставрациялау эштәре 2024 йылдың ноябрендә башлана, ул Өфө бюджеты иҫәбенә финанслана: ошо маҡсатҡа 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү күҙаллана. Реставрация күпме ваҡыт аласаҡ, экспертиза нимә ти, ни өсөн һәйкәлде ремонт өсөн пьедесталдан алырға кәрәк – барыһы ла беҙҙең материалда.
Һәйкәл авария хәлендә тип танылды
2024 йылдың 14 октябрендә Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эштәрҙе башҡарыуға документтарҙың дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса акт баҫтырып сығарҙы. Документты Ҡазандың “ТСНРУ” акционерҙар йәмғиәте әҙерләне, экспертизаны Санкт-Петербургтың “С. П. Бург һәм партнерҙар” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре үткәрҙе. Документҡа ярашлы, монумент авария хәлендә һәм ентекле реставрациялауға мохтаж. Скульптурала ҡойоу элементтарының таралыуы күҙәтелә, һөҙөмтәлә металда ярыҡтар һәм коррозия барлыҡҡа килгән. Постаменттың үҙендә лә ярыҡ плиталар, сатнаған фрагменттар, масштаблы ышҡылыуҙар күҙәтелә. Ҡур-ғандың ҡырҙарында ере ултырған, таралған. Шулай итеп, һыбайлы скульптураһы ғына түгел, һәйкәл урынлашҡан пьедестал да, бейек ҡурған да ремонт талап итә. Төҙөкләндереү сараларын оҙаҡҡа һуҙыу бөтә һәйкәлдең емерелеү хәүефе менән янай.
Нимә эшләнәсәк?
Ҡамыттың юғалған элементы – геометрик биҙәктәр менән сүкелгән айыл рәүешендәге күкрәксә тергеҙеләсәк, был һәйкәлгә уның тарихи үҙенсәлеген ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ 2005 йылда фирүзә төҫөнә үҙгәртелгән тарихи ҡара-һоро төҫтө кире ҡайтарыу планлаштырыла.
Һәйкәлде күтәреү һәләтен тергеҙеү өсөн авария хәлендә булған эске металл каркасы алмаштырыласаҡ. Постамент ҙурлығы, формаһы һәм фактураһы буйынса бер иш булған шымартылған ҡара гранит блоктар менән йөҙләнәсәк.
Шулай уҡ проект ҡурғандың тәүге формаһын һәм габариттарын тергеҙеүҙе, уны көсәйтеүҙе күҙ уңында тота.
Алырға ярамай ҡалдырырға
Эксперттар бер тауыштан скульптураны постаменттан алыу, махсус әҙерләнгән һәм йыһазландырылған бинала реставрациялау кәрәклеген раҫлай. Был һәйкәлдең эске төп каркасын алмаштырыу кәрәклеге менән бәйле.
– Һәйкәл бер нисә конструктив үҙенсәлектән тора. Тышында ғына – 60-тан артыҡ өлөш. Уның эсендә швеллерҙарҙан һәм профилдәрҙән (двутавр) торған терәк каркас урынлашҡан. Экспертиза һәйкәлдең эске төп каркасын алмаштырыу кәрәклеген раҫлай, шуның менән бәйле һәйкәлде һүтергә һәм эске төп каркасҡа инеү мөмкинлеген алырға кәрәк. Төшөрмәйенсә быны эшләү мөмкин түгел, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Мөслимов. – Скульптура торған пьедесталды ла ремонтларға кәрәк. Тап уның эсендәге бетондың техник торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел.
Һәйкәлдең ауырлығы – 40 тоннанан ашыу, уны алмайынса ғына йүнәтеү хәүефле. Бынан тыш, һәйкәл урынлашҡан ҡурғанды ла тәртипкә килтереү планлаштырыла. Скульптураны һүтмәйенсә, уға инеү юлы етәрлек булмаясаҡ.
Тап ошо сәбәптәр арҡаһында проектлаусы һүтеү эштәрен хәүефһеҙ башҡарыу һәм һәйкәлде һүтеү кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул иткән.
– Һәйкәлде алғанда скульптор реставрациялау сараларын тыныс башҡарасаҡ. Әлеге ваҡытта проект документацияһын әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошма “Ватан-әсә саҡыра!” (“Родина-мать зовет!”) һәйкәлен реставрациялау эше тәжрибәһенә эйә, – тип билдәләне эксперт.
Реставрацияның файҙаһы тураһында дәлилдәр булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан халҡында, ни өсөн “Ватан-әсә саҡыра!” скульптураһы урында ремонтланды, ә башҡорт геройын мотлаҡ цехҡа алып китергә кәрәк, тигән һорауҙар тыуа.
– Волгоград скульптураһына ремонт башлыса тышҡы яҡтан үткәрелде. Бынан тыш, скульптураның үҙе торған урында бетондан ҡойолоуы ла уны һүтергә ҡамасауланы. Был бик үҙенсәлекле осраҡ булды, – тип һөйләй билдәле скульптор, 40-тан ашыу монументаль композиция авторы Салауат Щербаков.
Оҫтаханала Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау күп өҫтөнлөктәргә эйә, тип иҫәпләй әңгәмәсебеҙ.
– Цехта һәйкәлде асырға, яҡтыртырға, йылытырға, каркасты ҡарарға, алмаштырырға, иретеп йәбештереү эштәрен башҡарырға мөмкин. Йәғни, оҫтаханала ул урамда эшләп булмаған бөтә художество үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тулыһынса тергеҙелә ала. Урамда һауа шарттары ла, башҡа уңайһыҙлыҡтар ҙа йоғонто яһай. Өҫтәүенә постамент һәм ҡурғанды ремонтлау мәсьәләһе лә киҫкен тора, – тип һөйләне ул.
Һәйкәлдәрҙе һүтеп алыу – киң таралған тәжрибә
Бик күп билдәле архитектура объекттары реставрациялағанда һүтелде. Сағыу миҫалдарҙың береһе – киң билдәле “Эшсе һәм колхозсы” скульптураһын реставрациялау. 2004 йылдың октябрендә һәйкәлде тиҙ арала ремонтларға алып китәләр – ул яртылаш емерек металл өйөмөнә әйләнгән. Тут шул тиклем тәрәнгә киткән, һәр береһен айырым тергеҙеү өсөн хатта скульптураны 40 өлөшкә һүткәндәр. Реставрациянан һуң Мәскәүҙең төп символдарының береһе яңыртылған постаментҡа урынлаштырылған.
Ҡыҙыл Майҙанда торған Кузьма Минин менән кенәз Дмитрий Пожарский һәйкәле лә яңырыу юлын үткән. Боронғо скульптура халыҡ иғәнәләренә эшләнгән, уның өҫтөндә эш 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында ла дауам иткән.
2020 йылда Мәскәүҙә маршал Жуков һәйкәле лә ошо рәүешле төҙөкләндерелде. Бындай миҫалдарҙы илебеҙҙең башҡа ҡалаларында һәм сит илдәрҙә лә табырға мөмкин. Мәҫәлән, 2017 йылда Лондонда Елизавета манараһын (Биг Бен) демонтажлау юлы менән реставрациялағандар. Ремонт эштәре биш йыл дауам иткән.
Салауат Юлаев һәйкәлен “ҡайтарырға онотоу” мөмкин түгел
Һәйкәлде алырҙар һәм урынына кире ҡуймаҫтар тигән хәбәрҙәр нигеҙһеҙ. Был хаҡта борсолмаҫҡа ла мөмкин. Монументты тергеҙеү эштәре Өфөлә башҡарыласаҡ. Баш ҡалала бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
Монументты урынынан алыу һәм онотоу мөмкин түгел. Салауат Юлаев һәйкәле – республиканың айырылғыһыҙ символы. Күп рәсәйҙәр өсөн Башҡортостан был һәйкәл һәм Салауат Юлаев исеме менән ассоциациялана.
Уның образы Башҡортостан халҡы тормошоноң бөтә өлкәләренә лә тәрән үтеп ингән. Уның хөрмәтенә бик күп архитектура объекттары, урамдар, ауылдар, район, ҡала аталған. Украинала, Эстонияла, Ҡаҙағстанда урамдар уның исемен йөрөтә. Батырҙың исемен бөтә илгә билдәле хоккей клубы данлай, дәүләт ордендары һәм премиялары булдырылған.
Республикала йыл һайын Салауат Юлаев көндәрен байрам итәләр, уның сиктәрендә “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы уҙғарыла. 2024 йылдың йәйендә батырҙың тыуған яғында – Салауат районында “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы асылды.
Башҡортостан халҡы өсөн батыр тураһындағы образ һәм хәтер генә мөһим роль уйнап ҡалмай. Республиканың рәсми гербы ҡалҡып килгән ҡояш фонында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән ғибәрәт. Бөтә был символдар һәм объекттар Салауат Юлаевтың Башҡортостан өсөн әһәмиәтен даими иҫкәртеү булып тора.
Хатта беҙҙең заман геройҙары ла Салауат Юлаев исеме менән тығыҙ бәйләнгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ милли гвардия ғәскәрҙәре составындағы айырым әһәмиәттәге Салауат Юлаев исемендәге ике башҡорт батальонында хеҙмәт итә. Батальон хәрби хеҙмәткәрҙәре Донбасста һәм Курск өлкәһендә хәрби бурыстарын намыҫлы башҡара.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт халыҡ батыры Салауат Юлаев Александр Невский, Кузьма Минин, Дмитрий Пожарский, Александр Суворов һәм Михаил Кутузов менән бер рәттән геройҙар рәтенә инә. 1941 йылда совет экрандарына Рәсәй кинематографына нигеҙ һалыусы Яков Протазановтың “Салауат Юлаев” фильмы сыҡты.
Башҡортостандың милли батыры образы немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә әүҙем ҡулланылды. 1943 – 1945 йылдарҙа Башҡорт халҡының милли батыры исеме менән бәйле рәсми атамаға эйә булған ике хәрби часть – бронепоезд һәм артиллерия полкы булды. Рәсәй Геройы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов үҙенең шәхси составы алдында сығышында “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй” тигән һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡулланған.
Һәйкәлдәрҙе реставрациялауҙы милли үҙаңды һәм тарихи күсәгилешлелекте һаҡлауға булышлыҡ иткән киләсәккә инвестициялар менән сағыштырырға мөмкин. Ул һәйкәлде тәүге торошона һәм тарихи статусына ҡайтарыу мөмкинлеге бирә, уның республика символы булараҡ ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Фекерҙәр
Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
– Беҙ республика халҡының борсолоуын тулыһынса аңлайбыҙ. Әммә беҙ ҙә һәйкәлдең торошо өсөн борсолабыҙ. Уны йүнәтеү кәрәклегенә бер ниндәй ҙә шик юҡ. Был осраҡта беҙ ысынлап та тәжрибәле реставраторҙарға таянырға тейешбеҙ. Һәм был, әлбиттә, тулыһынса асыҡ тарих булырға тейеш, был – беҙҙең ҡараш. Был осраҡта беҙ Башҡорт ҡоролтайының күҙәтеү советында тағы ла күберәк ҡатнашыуына өлгәшәбеҙ. Беҙ уны реконструкциялау процесын анығыраҡ күҙәтеп барасаҡбыҙ. Эксперттар һәйкәлде төшөрөргә кәрәклеген аңлатты – постамент, һәйкәл ҡаҡшай бара. Алдағы йылдарҙа уның емерелеү хәүефе бар. Әлбиттә, символыбыҙҙы улай хәүеф аҫтына ҡуя алмайбыҙ, был осраҡта уны реконструкциялау мотлаҡ.
Зәлифә Ғәлиуллина,
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
– Салауат Юлаев һәйкәле Өфөнө биҙәп кенә ҡалмай, халҡыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте символы ла булып тора. Уны тергеҙеү – ул мираҫыбыҙҙы һаҡлауға һәм ватансылыҡ рухын нығытыуға мөһим аҙым.
Салауат Юлаев – легендар шәхес. Ул халҡыбыҙҙың хоҡуғы һәм азатлығы өсөн көрәште сағылдыра. Һәйкәлде реставрациялау уны киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыуҙан тыш, тарихыбыҙға иғтибарҙы йәлеп итәсәк, сөнки һәр беребеҙ үҙ тамырҙары хаҡында иҫләргә тейеш.