– 16 июлдә, кискеһен, йылға буйына балыҡ ҡармаҡларға барҙым. Икенсе көндө иртән шул уҡ урынға юл тоттом. Шул саҡта һыу буйында сәйер объект шәйләнем. Яҡыныраҡ барырға булдым. Ентекләп ҡарап сыҡҡандан һуң, мамонт теше икәнен аңланым. Башҡа балыҡсылар менән кәңәшләшеп, уны урындағы мәктәп музейына тапшырырға булдыҡ, – тип һөйләне ул.
Белгестәр әйтеүенсә, мамонт һөйәктәре Мәсетле районында беренсе тапҡыр ғына осрамай. Яңы Мишәр мәктәбендә бай музей бар. Бигерәк тә ҙур һөйәктәр ҡыҙыҡһыныу уята. Музей етәксеһе Наил Ғарипов раҫлауынса, улар – мамонт һөйәктәре.
– Тәүге һөйәктәр 80-се йылдарҙа табылды, – тип һөйләй ул. – Боронғо хайуандың һөлдәһенә Ясин һәм Яңы Мишәр ауылдары араһында Әй йылғаһы буйында тап булғандар. Әммә уларҙы емермәй тулыһынса алыу мөмкинлеге юҡ ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мөһим тарихи артефакт ваҡытында лайыҡлы баһаланмаған. Иң ҙур һөйәктәрҙең береһе Силәбе өлкәһе музейына эләгә. Мәктәп музейында мамонт һөйәктәре 2000 йылдар башында ҡуйыла.
Аҙаҡ, 2015 йылда, Абдулла ауылында боронғо хайуандың теше табылған, 2017 йылда Иҫке Мишәр ауылында – һөйәк. Әлеге ваҡытта улар район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана. Шулай уҡ 2018 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылының Пушкин урамында ла шундай табышҡа юлыҡҡандар.