Мәсетле тормошо
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был ҡыҙыҡлы
6 Июнь 2023, 15:30

Бал ҡортона нисә йәш?

Бал тураһында бөтә нәмә беләбеҙ кеүек. Хәҙер ауылдарҙа күптәр умарта тота.

Бал ҡортона нисә йәш?
Бал ҡортона нисә йәш?
Тәү ҡарауға ябай ғына булып күренгән һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ әле: «Бер килограмм бал йыйыр өсөн ҡорттарға нисә сәскәгә ҡунырға кәрәк?», «Бер бал ҡорто үҙ ғүмерендә күпме татлы ризыҡ етештерә?», «Ҡапҡасы асылған банкалағы балды өйҙә нисә йыл һаҡларға мөмкин?». Ошо һорауҙарға яуаптарҙы, моғайын, бөтәгеҙ ҙә белмәйҙер әле.
***
Бал – иң боронғо ризыҡтарҙың береһе. Мысырҙағы фирғәүен Тутанхамондың кәшәнәһендә бал тапҡандар. Әллә нисәмә мең йыл үтһә лә, ул ашарға яраҡлы булған!
* * *
Иң боронғо һынландырылған балды Испанияның көнсығышындағы мәмерйә стенаһында тапҡандар. Уның йәше – 15 мең йыл.
* * *
Күп йылдар буйына балды консервант сифатында файҙаланғандар. Полководец Александр Македонскийҙың үле кәүҙәһен алыҫ хәрби походтан тыуған иле Грецияға алып ҡайтып еткерер өсөн уны бал эсенә һалғандар.
* * *
Бал әүәл-әүәлдән иң киң таралған дауа булып һаналған. Боронғо Мысырҙа ҡулланылған 900 шифалы дарыуҙың 500-ө бал нигеҙендә эшләнгән. Әле лә белгестәр был ризыҡтың дауалау үҙенсәлектәре хаҡында раҫлай.
* * *
Бал ҡорттарының төрҙәренә ҡарап һәм ниндәй сәскәләрҙән йыйыуына бәйле рәүештә балдың 300-ҙән ашыу төрө бар.
* * *
Ҡорттар 150 миллион йыл инде бал етештерә. Эволюция теорияһы нәҙекәйбилдәргә ҡағылмай, сөнки һуңғы 20 миллион йыл эсендә улар бер нисек тә үҙгәрмәгән. Бал ҡорттарының 5 күҙе, 4 ҡанаты бар.
* * *
1 килограмм бал етештерер өсөн ҡорттар яҡынса 40 миллион сәскәнең һутын йыйырға тейеш. Бының өсөн улар сәғәтенә 24 саҡрым тиҙлек менән осоп, 88 мең километр араны үтә.
* * *
Ике аш ҡалағы бал ҡортҡа Ер шарын әйләнеп сығырға етерлек көс бирә.
* * *
Бал шәкәргә ҡарағанда 30 процентҡа татлыраҡ.
* * *
1984 йылда тәүге умарта йыһан­ға күтәрелә.
* * *
Бал бер ҡасан да боҙолмай. Бүлмәлә уны ябыҡ банкала килеш мәңге һаҡларға була!
 
Фото: pokayadoma.ru
 
Автор: