Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был ҡыҙыҡлы
2 Июнь 2023, 15:15

Июнь айына һынамыштар

Әгәр ҙә үлән иртән ныҡ аңҡый икән – ямғырға.

Июнь айына һынамыштар
Июнь айына һынамыштар

Йәйҙең тәүге айы- июнгә лә аяҡ баҫтыҡ. Ниндәй булмаҡсы ул, әйҙәгеҙ, халыҡ һынамыштарыны күҙ һалайыҡ әле.

Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа, ямғыр яуыр.
 
Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.
 
Йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.
 
Әгәр турғай ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.
 
Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.
 
Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп булыр.
 
Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
 
Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙа булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.
 
Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.
 
Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.
 
Ә һеҙҙең үҙегеҙҙең күҙәтеүҙәрегеҙ буйынса йәйҙең тәүге айы нисек буласаҡ? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
 
Фото: google.com
 
Автор:Карима Усманова
Автор: