Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был ҡыҙыҡлы
22 Февраль 2023, 12:15

Масленица бара

Масленица халыҡтың көтөп алған һәм яратҡан йолаһы ғына түгел, иң оҙайлы байрамдарҙың береһе булып та тора. Ул төрлө ваҡытҡа тура килә һәм Пасхаға бәйле: Масленица христиан байрамына тиклем 56 көн ҡалғас башлана. 2023 йылда уны 20 – 26 февралдә байрам итәләр.

Масленица бара
Масленица бара

Масленица – бөтә Рәсәйҙә йыл һайын киң билдәләнгән иң күңелле байрамдарҙың береһе. Был йола быуындан-быуынға тапшырыла килгән һәм ҡәҙерләп һаҡланған.
Масленица аҙнаһы ике осорға бүленә: бәләкәй Масленица һәм ҙур Масленица. Бәләкәй Масленица – тәүге өс көн: дүшәмбе, шишәмбе һәм шаршамбы; ҙур Масленица – ул кесе йоманан йәкшәмбегә тиклем һуңғы дүрт көн. Тәүге өс көндә хужабикәләргә өй эштәре менән шөғөлләнергә мөмкин. Кесе йоманан алып бөтә эштәр туҡтатыла һәм ҙур Масленица башлана. Был көндәрҙә хужалыҡ буйынса һәм өйҙә эштәр эшләү тыйыла. Ни бары күңел асырға, мейестә ҡоймаҡ бешерергә рөхсәт ителә.
Дүшәмбе – “Осрашыу”. Был көндө ҡайны менән ҡәйнә килендәрен ата-әсәһенә ебәргән, ә кисен үҙҙәре ҡоҙаларына ҡунаҡҡа килеп, күңел асыу ваҡыты, урыны һәм саҡырыласаҡ ҡунаҡтар тураһында һөйләшкән. Тәүге көндән үк ҡоймаҡ бешерә башлағандар, дүшәмбе көндө бешкән тәүге ҡоймаҡ ярлыларға һәм мәрхүмдәрҙе иҫкә алыусыларға бирелгән.
Шишәмбе – “Уйындар”. Барыһы ла уңышлы барғанда, Пасханан һуң шунда уҡ, Ҡыҙыл тауға ҡарата (Пасханан һуң тәүге йәкшәмбе), туй үткәрелгән.
Шаршамбы – “Тәмлекәс”. Масленицаның өсөнсө көнө ҡунаҡтар өсөн һый-ниғмәтле бай өҫтәл менән айырылып торған. Йола буйынса был көндө ҡәйнә кейәүен һыйларға ҡоймаҡ бешерә.
Кесаҙна – “Күңел асыу”. Был көндө хужалыҡ эштәре туҡтатылған һәм байрам башланған: санала йөрөгәндәр, йоҙроҡ һуғышы, ҡар тауы өсөн алыш, уйын, йыр-бейеү ойошторғандар, йола буйынса усаҡ яндырғандар һәм ут аша һикергәндәр.
Йома – “Ҡәйнә кисәһе”. Был көндө ғаилә һәм яҡындары менән уҙғар-ғандар. Яуап итеп ҡәйнә кейәүенә ҡунаҡҡа килгән.
Шәмбе – “Ҡәйенбикә ултырмалары”. Йәш килендәр үҙҙәренә ҡәйенбикәләрен, иренең башҡа туғандарын да саҡырған.
Йәкшәмбе – “Ғәфү үтенеү көнө”. Был көндө белеп һәм белмәй ҡылған насар ҡылыҡтары өсөн туғандары һәм таныштарынан ғәфү үтенгәндәр. Кискеһен мәрхүмдәрҙе иҫкә алғандар, зыяратҡа барғандар.
Ҡарасҡыны яндырыу йолаһы Масленицаның кульминацияһы тип иҫәпләнә. Был ҡышты оҙатыуҙы һәм яҙ килеүен символлаштыра. Кешеләр йәрминкә, ҡоймаҡ менән сәй эсеү, уйындар ойоштора, ҡарасҡы тирәләй уйнай, йырлай, бейей һәм тормоштағы бөтә насарлыҡтар уның менән бергә янып бөтһөн тип, ҡарасҡыны яндыра, ә көлөн яланға тарата.
Масленица һынамыштары
Масленица менән күп нәмә бәйле. Ҡоймаҡты ни тиклем күберәк бешерәһең, ғаиләгә шул тиклем күп уңыш, аҡса һәм һаулыҡ килә тип иҫәпләнгән. Әгәр ҙә инде һыйҙы йәлләп, ҡоймаҡты әҙерәк бешерһәң, финанс менән ҡытлыҡ булыр.
Әгәр ҡоймаҡ насар бешкән йәиһә матур булмаған икән, тимәк, алда ауыр ваҡыт, ауырыу һәм күңелһеҙ хәлдәр булыуы ихтимал. Ҡоймаҡ бешергән ваҡытта яҡшы кәйефтә булырға, изге эштәр тураһында уйларға, ҡоймаҡ менән һыйланыр һәр кемгә изгелек һәм бәхет теләргә кәрәк.
Ләйсән АБЗАНОВА әҙерләне.

Фото

Автор: