Кешенең яҙыу стиле. Ручка тотоп аҡ ҡағыҙ битендә ҡалдырған эҙҙәр уның хужаһының холҡо тураһында мәғлүмәт биреүе бер кем өсөн дә сер түгелдер. Ваҡ итеп яҙған кеше – оялсан, эре итеп – асыҡ холоҡло. Хәрефтәре бер-берҙәренә терәлеп яҙылған яҙыу эйәһе тирә-йүндәгеләргә тиҙ арала өйрәнеп китә. Уңға табан ауыш хәрефтәр – тыныслыҡ һәм иплелек тураһында һөйләй. Һулға – үҙ мәнфәғәттәре өсөн барыһын да эшләгән ысын индивидуалисты күрһәтә.
Ашау мәҙәниәте. Әгәр ҙә һеҙ яй ғына, ашыҡмай ашайһығыҙ икән, тимәк бар нәмәне контролдә тоторға яратаһығыҙ. Ә кем ашыға – улар маҡсатҡа ынтылған шәхестәр. Ризыҡты һайлап ултыр-ғандар – һәр нәмәгә ентекле, аныҡ ҡараған, иҫәпләп эш иткән кешеләр.
Кешенең йоҡлаған ваҡытта ятыуы. Йоҡлағанда нисек ятыуығыҙ ҙа һеҙҙең турала, шулай уҡ эмоциональ хәлегеҙ тураһында һөйләй. Мәҫәлән, үҙҙәрен бар эштә лә ышаныслы тотҡан кешеләр арҡала йоҡларға ярата. Тиҫкәре һәм бар нәмәне күҙ уңында тоторға яратҡандар эскә ятып йоҡлауҙы хуп күрә. Эмбрион позаһында йоҡлағандар – нескә күңелле, йомшаҡ. Ҡабырғала ятып йоҡлағандар үҙҙәре һәм тирә-яҡ мөхит менән гармония таба.
Атлап йөрөү. Кешенең нисек итеп атлап йөрөүе лә уның холҡон сағылдыра. Ышаныслы аҙым менән барған шәхестең енәйәтсе ҡорбаны булыу ихтималлығы аҙ. Һәм киреһенсә, үҙ-үҙенә ышанып атламағандар ниндәйҙер көсһөҙлөк күрһәтә.
Тәм өҫтөнлөктәре. Татлы ризыҡ яратыусылар стресҡа нығыраҡ бирешеүсән, бик ныҡ рәнйеүсән дә. Ә бына асы-сөсөнө яратҡандар йүнсел шәхес һәм ысын протекционист икәнде күрһәтә. Бер аҙ әскелтем нәмәләрҙе өҫтөн күргәндәр тотороҡло һәм тыныс йәшәү рәүеше алып бара.
Автомобиль йөрөтөү стиле. Рулде өҫтән тоторға ғәҙәтләнгәнһегеҙме? Һеҙ башҡалар алдында тәьҫорат ҡалдырырға ынтылаһығыҙ, һеҙгә дуҫтар компанияһында иң шәбе булып күренеү оҡшай. Һеҙ рулде традицион торошта тотһағыҙ һәм һәр ваҡыт Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәһәгеҙ, һеҙ ысын идеалист булып тораһығыҙҙыр, моғайын.
Аралашыу күнекмәләре. Әңгәмәләшеү һеҙҙең ниндәй кеше булыуығыҙҙы аңлауҙың иң ябай ысулы булып тора. Асыҡ ишара һәм аралашҡанда йыш ҡына күҙгә ҡарап алыу һәр төрлө әңгәмә ҡор-ғанда ярҙам итә. Бынан киләһе һығымта яһарға мөмкин: ябыҡ ишара ҡулланған, күҙгә ҡарамай һөйләшкән йәки һөйләшкәндә бәүелеп торған кешеләр, моғайын, интроверт булып торалыр.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.