Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был ҡыҙыҡлы
21 Октябрь 2020, 15:00

Кем оло йәштә, ә кем ҡарт?

Магазинда яңыраҡ шундай хәлгә тап булдым. Оло йәштәрҙәге яҡшы ҡиәфәттәге бер ҡатынға (моғайын да 70 йәштәр тирәһе барҙыр) 25-30 йәштәрҙәге һатыусы ҡыҙ: “Әбей”, – тип өндәшә. “Ниндәй әбей булайым ти мин һеҙгә?!” – тип апай ҡыҙып китмәһенме! “Минең өсөн һеҙ оло кеше!” – тип яуап бирә һатыусы ҡатын. Уның бындай ҡыланышына һатып алыусы ханым ҡарап торҙо ла: ”Минең улым да һинең кеүек 45 йәштә!” – тип яуап бирҙе һәм ғорур атлап сығып китте.

Ҡартлыҡ ҡасан килә? Кешене ҡасан “оло йәштәгеләр” иҫәбенә индерергә мөмкин? Һеҙгә лә шундай уй килгәне бармы?
Ҡасандыр, урта быуатта, 20 йәштән уҙғандарҙы ҡарт кеше тип иҫәпләгәндәр. Һуңынан был йәште бер нисә тап-ҡыр 30-35 йәшкә күсергәндәр. 40 йәштән уҙған кешеләр-ҙе ҡарт тип иҫәпләгәндәр. Хәтерегеҙгә бала сағығыҙҙы төшөрөгөҙ: дүртенсе тиҫтәне үткән ата-әсәйҙәрегеҙ ҡарт кеше булып тойолғандыр.
Рәсәй фәндәр академияһы вәкилдәре әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта кешенең биологик йәшен билдәләүҙә ярайһы уҡ үҙгәрештәр булды. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йәш классификацияһын биш төргә бүлә: 25-44 йәштә кеше йәш, 44-60 йәштә – урта йәш, 60-тан 75-кә тиклем – оло йәштәге, 75-тән 90-ға тиклем ҡарт кеше тип иҫәпләнә. Ә был һыҙыҡты үткәндәр оҙон ғүмерлеләр рәтенә инә.
Ә һеҙ бының менән килешәһегеҙме? Һеҙгә ҡарата был мәғлүмәтте ҡулланыу мөмкинме? Кешенең биологик торошон йәш һаны билдәләйме һәм бер категориянан икенсеһенә күсерәме? Ошоға бәйле өлкәндәрҙең фекерен һораштыҡ:
Антон Иванович, 61 йәш:
– Ҡайҙан мин ҡарт булайым инде? Оло йәштәге тип тә хис итмәйем. Ейәндәрем дә ҡарттай, тип әйтмәй. Ейәндәремә береһенә 15 йәш, икенсеһенә – 10. Эшләйем, диванда ятмайым, ауырыу-ҙарға бирешмәйем. Минең ҡартлыҡ 75-тән һуң килер.
Елена Михайловна, 72 йәш:
– Оло йәшкә еттем, бынан ауырта, тегендә сәнсә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ниңәлер тиҙ ҡартайҙым. Бухгалтер эшен бик яраттым, бер ҡайҙа ла ашығырға кәрәкмәй, шулай бер-ике йыл күнегә алмай интектем. 24 ай эсендә һиҙелеп ҡартайҙым.
Айбулат Сәлим улы, 52 йәш:
– Ә кем миңә 52 йәш бирә? Һеҙ яңылышаһығыҙ! Мин үҙемде 40 йәшлек итеп тоям. Маңлайҙағы йыйырсыҡтар һәм аҡ сәс 30 йәштә лә сығыр-ға мөмкин. Спорт менән шөғөлләнәм, дөрөҫ туҡланам, насар ғәҙәттәрҙе күптән ташланым. Ҡатыным 10 йәшкә кесе. Ул миңә ялҡауланырға, тормош мәғәнәһен юғалтыр-ға ирек бирмәй. Беҙҙең ғаиләлә өс ҡыҙ үҫә, яңыраҡ улыбыҙ тыуҙы... Ҡартлыҡ тураһында уйламайбыҙ.
Әминә Мөхтәрова, 69 йәш:
– Минең бер ҙә йәшәргем килеп тормай, ҡиәфәтем минең йәшемә ҡарамай, йөҙөмә лә яҙылмаған. Минең уйымса, үҙеңә таныш булмаған 75-80 йәшлек оло йәштәге кешегә йәмәғәт урынында “әбей” тип өндәшеү ҙур әҙәпһеҙлек. Беҙҙә ҡатын-ҡыҙға (шулай уҡ, ир-егеттәргә лә) мөрәжәғәт итеүҙең матур формалары юҡ инде.
Бәхәсләшеп булмай, һәр кемдең үҙ фекере. Ә шулай ҙа беҙҙең халыҡта оло кешегә “әбей”, “бабай” тип өндәшеү – хөрмәт, ололау билдәһе.