Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был ҡыҙыҡлы
12 Август 2020, 12:05

Амбидекстрҙар – ғәҙәти булмаған кешеләр

13 август халыҡ-ара һулаҡайҙар көнө тип иҫәпләнә.

Шул уңайҙан “Беҙҙең тормош” гәзите хеҙмәткәрҙәре “Бәйләнештә” төркөмөндә һул ҡул менән, уң яғы менән тотоноусыларҙың, амбидекстрҙарҙың (ике ҡулы менән дә тиң тотонған) күпмелеген асыҡлау өсөн һорауҙарға яуаптар алыу үткәрҙе. Уҡыусыларыбыҙ араһында 80% уң ҡулдары менән тотона, 15% һулаҡайҙар булып сыҡты, ә ҡалған 5 проценты һәләте ғәҙәти булмаған кешеләр – амбидекстрҙар. Уларҙың мейе ярымшарҙарының ике яғы ла тигеҙ үҫешкән, ике ҡулының функциялары тыумыштан йә күнекмәләр ярҙамында тиң үҫешкән, бер үк тиҙлектә эш итәләр һәм һөҙөмтәләре бер.
Оло Ыҡтамаҡ лицейының сит ил теле уҡытыусыһы Ирина Бәҙретдинова ике ҡулы менән дә бер тигеҙ тотона ала.
– Беренсе класта мин һул ҡул менән яҙа инем, уң ҡул менән яҙырға өйрәттеләр, – тип һөйләй Ирина Рәсим ҡыҙы. – Үҫә төшкәс, ике ҡул менән дә эксперимент яһап ҡараным. Аңлайышлы, матур килеп сыҡты.
Бөгөн иһә амбидекстрия балалар араһында киң таралған. Ҡайһы бер махсус күнекмәләрҙә нәҡ шуға өйрәтәләр.
Амбидекстрияны үҫтереүҙең иң ябай ысулы – һүрәт төшөрөү. Өҫтәлгә таҙа ҡағыҙ бите һалығыҙ, ҡәләм алығыҙ. Ике ҡулығыҙ менән алмашлап симметрик һүрәттәр, хәрефтәр төшөрөгөҙ. Был күнекмәләрҙе башҡарғанда күҙҙәр һәм ҡулдар ял итә, сөнки ике ярымшарҙың да бер юлы эшләүе һөҙөмтәһендә мейе эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеге яҡшыра. Иң мөһиме – ныҡышмалылыҡ һәм дисциплина. Һәр көн 20-40 минут яҙырға һәм һүрәт төшөрөргә мөмкин.