Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был ҡыҙыҡлы
15 Апрель 2020, 12:00

БАТТАЛ БАЛА ТАБА. САТИРИК ХИКӘЙӘ

Көтмәгәндә Батталдың аяғы ауырта башланы.

Уң аяғын ергә саҡ-саҡ ҡына тейҙерә ала. Көнө-төнө һыҙлап интектерә. Нимә генә эшләмәне: тоҙ ултырғандыр тип, табанына уҡлау ҙа тәгәрәтеп ҡараны, бисәһенән араҡы менән дә ыуҙыртып булашты – ярҙамы теймәне. Шешәлә ҡалғанды тамағына ҡойоп ҡуйғас ғына, аяҡ һыҙлауы онотолоп йоҡоға талды. Асыҡ тәҙрә янында уянып китһә, тамағы әллә нишләгән дә ҡуйған. Үҙе нәҙегәйгән, үҙе ҡарлыҡҡан. Аяҡ һыҙлауы яңынан башланғас, түҙмәне, район үҙәгенә алып барып ташла, тип ҡәйнешенә үтенде. Уныһы көс-хәл менән ризалашты.
Поликлиника регистратураһында ҡарап тороуға мөләйем генә, теле менән телеп һалған үткер бер ҡыҙ эшләй икән. Баттал ҡарт йомошон әйткәс, ауырыуға ҡарап та тормаҫтан, ауылын, фамилияһын һорашып, икенсе бүлмәгә йүгерә-атлай инеп тә китте. Ауырыуҙың кенәгәһен һә тигәнсе тотоп сыҡты ла урынына ултырып ниҙер яҙа ғына башлағайны, эргәһендәге телефон шылтыраны. Ҡыҙ уға артыҡ иғтибар итмәне. Бер аҙҙан ғына трубканы ҡулына эләктереп:
- Регистратура! – тип өндәште. Ҡапыл йөҙө яҡтырып, яҙыуын ташлап урынынан ырғып торҙо. – Радик! Радик! Был ысынлап һинме?! – тип хатта аяҡтарын тыпырҙатып ҡуйҙы. Батталға тағы ла ҡарамай ғына ымлап:
- Барығыҙ ана теге бүлмәгә… – тип алдында ятҡан дәфтәрҙе һуҙҙы.
Баттал ҡарт күрһәткән яҡҡа атланы. Коридор тәҙрәһе эргәһендәге бүлмәгә яҡынлашты. Күҙҙәренә бер нисә ҡатын-ҡыҙ сағылһа ла, уларға артыҡ иғтибар итмәй, рөхсәт һорап бүлмә ишеген асты. Баттал ингәндә ҙур кәүҙәле бер ир ишеккә арҡаһын ҡуйған килеш сәй эсеп, журнал ҡарап ултыра ине. Боролмай ғына ауырыу ҡулындағы дәфтәрҙе алғас:
- Нимә булды? – тип һораны.
- Ниңәлер ауырта, – тине Баттал, ишек төбөндәге ултырғысҡа һаҡ ҡына сүгәләп.
- Нисек ауырта? Иртә әле, – тине ҙур кәүҙәле врач, үҙе һаман тәмләп сәй эсеүен, журнал аҡтарыуын белеп.
- Бер аҙна инде.
- Нисек бер аҙна? Бында бит өс айлыҡ тиелгән… – Врачтың аптырауы, моғайын, йөҙөндә лә сағылғандыр, тик уны Баттал һаман күрмәне.
- Юҡ, юҡ, яңыраҡ ҡына, баҫып булмай башланы.
Шул саҡ ҙур кәүҙәле ир, бөтә кәүҙәһе менән һелкенеп, хахылдап көлөргә тотондо.
- Һеҙ нимә-ә, – тине ул туҡтала алмай, – әллә ҡорһағығыҙ менән ергә баҫаһығыҙмы?
Батталдың аптырауҙан тауышы ҡалтыранып ҡуйҙы:
- Ниндәй ҡорһаҡ, минең аяҡ ауырта…
Шунда ир кеше, пароход һымаҡ, яйлап ҡына Батталға табан боролоп ултырҙы. Ҡулындағы кенәгәгә күҙ ташлап яңынан хахылдарға кереште.
- Һуң һин бит, абзый кеше, гинеколог бүлмәһендә ултыраһың. Әйҙә, бәлки, берәй нәмәң барҙыр, ингәс-ингәс, бер юлы ҡарап сығарайым…
Баттал ҡарт, уның йөҙөнә ҡарағас, сәй генә эсеп ултырмағанын аңланы, әлбиттә. Ниңә быларҙан мыҫҡыл ителәм әле, тип уйлап, теге кенәгәне гинеколог ҡулынан тартып алды ла ишеккә йүнәлде.
Баш врач менән оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп ултырғандан һуң, уны тейешле бүлмәгә алып килделәр. Сыҡҡан саҡта Баттал регистратуралағы ҡыҙҙы артыҡ әрләмәүҙәрен һораны. Фамилиялары бер булғас, әҙәм балаһы бит, яңылышҡандыр инде. Бына һиңә, мә, ҡартыңды йөклө ҡатын итә яҙҙылар бит.
Оҙаҡ ҡына йөрөнө ул көндө Баттал ҡарт поликлиникала. Киткәндә, теге ҡыҙҙы күрергә теләп, регистратураға һуғылды.
- Ҡыҙым, – тине ул уға, йылмайып, – исемең нисек? Өс айҙан бала тыуып ҡуйһа, исемегеҙҙе ҡушырға иҫәп бар ине.
Ҡыҙ, ҡарттың шаярыуын аңлап:
– Наташа тип ҡушығыҙ, – тине, – тик исем туйына саҡырырға онотмағыҙ.
- Тегенеһен булдырһаҡ, уныһын ғына эшләрбеҙ инде.
Баттал ҡарт, әллә дарыуланыуҙан, әллә күп йөрөүҙән, аяғының ауыртыуын да онотоп, автобус туҡталышына йүнәлде.

Риф Мифтахов

#Ағиҙелжурналы