Белгестәр һүҙҙәренсә, сало киҫәгендә каротин һәм А, Д һәм Е витаминдары күп, улар кәүҙәнең дөйөм тонусын яҡшыртырға ярҙам итә.
Салола ысынлап та холестерин күп, шулай ҙа эксперттар, тотош алғанда, әгәр уны артыҡ ашамаһаң, салоның зарарлы булмауын билдәләй.
Ҡаршы күрһәтмәләрҙең булыуы ихтимал. Ҡулланыр алдынан йәиһә һаулыҡта проблемалар бул-ғанда мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Сало тураһындағы ҡайһы бер мифтарҙы тәҡдим итәбеҙ.
1-се миф: “Сало һимертә”
Салонан түгел, ә уның күләменән һимерәләр! Әгәр һеҙ ултырыу менән бәйле йәшәү рәүеше алып бараһығыҙ икән, һеҙгә көнөнә 10-30 г сало тейешле. Ә инде һимереүҙән яфа сигәһегеҙ һәм һеҙгә аҙ калориялы диета күрһәтелгән икән – көнөнә 10 грамдан арттырмаҫҡа.
Иң файҙалы сало – һарымһаҡ йәки борос менән генә тоҙланғаны. Ыҫланғаны ла яҡшы, тик “өйҙәге ысул менән”, төтөн менән.
2-се миф: “Сало – ауыр аҙыҡ”
Бөтөнләй үк улай түгел. Ашҡаҙаны нормаль эшләгән сәләмәт кешелә ысын сусҡа салоһы бик яҡшы үҙләштерелә һәм бауырына ауырлыҡ килтермәй. Ғөмүмән, беҙҙең өсөн иң ҡиммәтле майҙар – ул беҙҙең тән температураһында, йәғни 37,0 тирәһендә ирегәндәре. Улар башҡаларҙың бөтәһенән дә тулыраҡ һәм тиҙерәк эшкәртелә һәм һеңдерелә. Ә исемлектең башында сусҡа салоһы тора ла инде.
3-сө миф: “Салола тотош май”
Күҙәнәктәр һәм биологик әүҙем матдәләр һаҡланып ҡалған тире аҫты майы – ул бик шәп структура.
Мәҫәлән, майлы кислоталарҙан иң ҡиммәтлеһе – арахидон кислотаһы, ул бик һирәк осрай, ә үҫемлек майҙарында ул бөтөнләй юҡ.
Унһыҙ бер нисек тә йәшәп булмай. Арахидон кислотаһы бөтә күҙәнәк мембраналарына инә һәм йөрәк мускулына кәрәк. Өҫтәүенә гормондар, иммунлы реакциялар һәм холестерин алмашыныуы унһыҙ бер нисек тә булдыра алмай.
Майҙа ирей торған витаминдар: А (ул салоның 100 грамында 1,5 миллиграмға тиклем була), Д, Е, шулай уҡ каротин тураһында онотмағыҙ. Һөҙөмтәлә салоның биологик әүҙемлеге майҙыҡына ҡарағанда 5 тапҡырға юғарыраҡ. Шулай булғас, ҡыш көнө “сусҡа продукты” – йәшәү тонусын һәм иммунитетты тотоу өсөн кәрәкле нәмәнең тап үҙе.
4-се миф: “Ул ҡот осҡос холестерин”
Эйе, ул бында бар, әммә һыйыр майындағыға ҡарағанда ла аҙыраҡ. Кисекмәҫтән ул артериялар стенаһына йыйылып, атеросклероз башланыр тип уйлайһығыҙмы? Табиптар ҡандағы һәм туҡымаларҙағы холестерин һанының салоны күпме ашауығыҙға аҙ бәйле булыуын күптән инде билдәләгән. Был матдә һеҙ уны бөтөнләй ашамаһағыҙ ҙа бик яҡшы синтезлана.
5-се миф: “Сәләмәт май – бары тик үҫемлек майы”
Майҙар өлөшөнә көндәлек калорияларҙың яҡынса 30 проценты тура килергә тейеш. Беҙгә 10% полиненасыщенный, 30% насыщенный һәм теүәл 60% мононенасыщенный кислоталар кәрәк. Кислоталарҙың ундай нисбәте сусҡа салоһында, шулай уҡ арахис һәм зәйтүн майҙарында бар.
6-сы миф: “Ҡурылған сало – зыянлы”
Эйе, ҡурған ваҡытта сало файҙалы үҙенсәлектәренең бер өлөшөн юғалта һәм токсиндар һәм канцерогендарға әйләнә. Ә бына бер аҙ йылытылған сало һалҡын йәки ҡайнар-ҡурылғанына ҡарағанда яҡшыраҡ үҙләштерелә. Шулай булғас, салоны кетерләгәнсе ҡурырға түгел, ә аҙ ғына утта йылы- тырға кәрәк.
7-се миф: “Икмәк менәнме? Һис бер осраҡта ла!”
Парадокс: икмәкләп сало – нәҡ табип ҡуш- ҡанса! Әлбиттә, эре итеп тарттырылған ондан йәки көрпә ҡушып бешерелгән икмәк күҙ уңында тотола был осраҡта. Әммә был – һимереү һәм аш эшкәртеү проблемалары булмаған һау кешеләр өсөн.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.