Был көн бер ниндәй иҫтәлекле даталар һәм бөтә халыҡ байрамдары календарҙарына индерелмәгән, ләкин уны тулыһынса халыҡ-ара көндәр рәтенә индерергә мөмкин, сөнки ул күп кенә илдәрҙә берҙәй уңыш менән билдәләнә.
1 апрелдә хатта иң етди кешеләр ҙә йылмая. Беҙ мәсетлеләрҙең үҙҙәрен шаяртыуға нисек яуап биреүҙәрен һәм таныштарын мәрәкәләргә яраталармы икәнлеген һораштыҡ.
Ҡәҙерле уҡыусылар, ә һеҙ был көндө яҡындарығыҙҙы нисек мәрәкәләргә уйланығыҙмы?