Ләх иҫерек ир төн уртаһында ҡайтып инә. Бисәһе:
– Ҡайҙа йөрөнөң ошоға тиклем, йолҡош?
Ҡатын шунда йомшара, борсолоулы тауыш менән белешә:
– Ышанһаң – ышан, ышанмаһаң – юҡ: унда бөтәһе лә үлгән!
Урта йәштәрҙәге ике әхирәт һөйләшә.
– Беләһеңме, мине Зиннәт иртәгә балыҡҡа саҡырҙы.
– Матур итеп биҙән, иң матур эске кейемеңде кей.
– Шулайтайым әле. Ә мин, иҫәр, селәү ҡаҙып алған булам бит әле… "Телефон номеры" конкурсы өсөн һан – дүрт.
– Их, ошо бысраҡ быуала йәшәп, нисек ялҡҡанымды белһәң ине, – тип зарлана бер сабаҡ икенсеһенә.
– Ә һин ҡармаҡҡа эләк, шунда уҡ ҡаймаҡ эсенә барып төшөрһөң.
– Ғәли, өйләндем тигәйнең түгелме? Үҙең пальтоңа төймә тегеп ултыраһың…
– Был минең пальто түгел, ҡатындыҡы…
Баҙарҙа бер ҡатын һатыусыға өндәшә:
– Һатҡан атың ҡайҙа һуң ул?
– Ниндәй ат тураһында һөйләй¬һең. Күрмәйһеңме ни, ҡуян һатам!
– Хаҡын күргәс, ат һатамы тип торам!
– Күпме йыртып алына, шул тиклем инде…