Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был ҡыҙыҡлы
14 Декабрь 2018, 17:59
ХУЖАБИКӘГӘ КӘҢӘШТӘР
Һуған менән бәрәңгене бергә һаҡларға ярамай, юғиһә, һуған тиҙ боҙола.
Барлыҡ емеш-йәшелсәне лә һыуытҡыста һаҡларға ярамай. Бүлмә температураһында һаҡлана торғандары – авокадо, абрикос, банан, цитруслылар, һарым¬һаҡ, киви, ҡауын, нектарин, һуған, груша, персик, слива, ананас һәм бәрәңге. Ә һыуытҡыс¬та иһә – алма, еләк, кәбеҫтә, кишер, сельдерей, сейә, ҡыяр, кукуруз, ташҡабаҡ, виноград, бәшмәк һәм йәшел тәмләткестәр.
Фарш ҡулға йәбешмәһен өсөн уға әҙ генә үҫемлек майы ҡушығыҙ.
Кәтлит ҡыҙҙырғанда күпме тоҙ һалырға һуң? Бер килограмм фаршҡа ике балғалаҡ тоҙ етә.
Салат өсөн һыуыҡ һәм йылы аҙыҡтарҙы бергә бутарға ярамай.
Помидорҙы целлофан пакетта һаҡламағыҙ, сөнки этилен уны тиҙ серетә.
Имбирҙы һыуытҡыстың туңдырыу бүлегендә һаҡлау яҡшы.
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?