Бына нимәләр һөйләй йорт хужабикәһе: “Кетәк ҙур түгел, тауыҡтар иректә йөрөй. Кисен ихатаға сыҡһам, кетәктән төлкө сығып бар- ғанын күрҙем. Ауыҙына тауыҡ ҡап-ҡайны. Мин ҡысҡырып ебәрҙем, ул ҡурҡыуынан тауыҡты ысҡындырыр тип уйланым. Әммә төлкө минән ҡыйыуыраҡ булып сыҡты. Барып ҡараһам, биш тауыҡты быуып һалған. Тышта ҡараңғы булғас, ул тауыҡтарҙы алып ҡуйманым, иртән йыйыштырырмын тип уйланым. Иртән сыҡһам, береһе лә ҡалмаған. Хәҙер нимә эшләргә белмәйем. Тауыҡтарҙы бер көнлөктән алып үҙем үҫтерҙем. Төлкөнөң хәҙер бөтәһен дә ташып бөтөүе ихтимал…”.