Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был ҡыҙыҡлы
25 Октябрь 2018, 12:02

Ҡәйнә көнө

Инде 80 йылдан ашыу октябрҙең дүртенсе йәкшәмбеһендә Халыҡ-ара ҡәйнә көнөн билдәләйҙәр.

Халыҡ-ара ҡәйнә көнөнә башланғыс һалыусы – Американың Техас штаты гәзиттәренең береһенең мөхәррире. Тарих уның исемен һаҡлап ҡалмаған. Гәзиттәренең береһендә ул Әсәләр көнөнә һәм Атайҙар көнөнә арналған мәҡәлә баҫтырып сығара. Әгәр материалдың һуңында автор ҡәйнә менән оҡшашлыҡ уҙғармаған булһа, ул күҙгә салынмай ҙа ҡалған булыр ине. Уның һүҙҙәренсә, был ҡатын ике енестәге балалар- ҙың да тормоштарында төп ролде уйнай, ә уның үҙ байрамы юҡ! Мөхәрриргә авторҙың шаяртыуы оҡшап ҡала. Тема үҫеш ала, һәм 1934 йылдың 5 мартында АҠШ-та беренсе тапҡыр Ҡәйнә көнөн билдәләйҙәр. Ваҡыт үтеү менән тантана бөтөн донъяла иң яратҡан байрамдар-ҙың береһенә әйләнә.

Ысынында, был ярайһы уҡ файҙалы байрам, тәү сиратта, ул ҡәйнә менән кейәү араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн тәғәйенләнгән, сөнки уларҙың бер-береһен өнәмәүе һәм дошманлашыуы күптән инде көләмәстәр өсөн һылтауға әйләнгән. Беҙ районыбыҙҙағы ирҙәрҙең ҡәйнәләренә ниндәй мөнәсәбәттә икәнен белдек.
Айҙар, Әләгәҙ ауылы:

– Ғаилә тормошонда ҡатындың әсәһенең ролен баһалап еткермәү ярамаҫ ине. Мин ҡәйнәмдән уңдым. Тормошта төрлө саҡ була, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә гел генә яҡшы булмаҫҡа мөмкин. Тағы саҡ ҡына һәм барыһы ла бөттө, айырылырбыҙ, кеүек. Ләкин минең ҡәйнә беҙҙең менән шул тиклем оҫта аралаша, һөҙөмтәлә беҙҙең мөнәсәбәттәр яйға һалына һәм тағы ла нығына.
Андрей, Оло Ыҡтамаҡ ауылы:

– Өйләнгәнгә тиклем кейәү менән ҡәйнә араһындағы конфликт тураһында бер нисә тап-ҡыр ишеткәнем булды. Ләкин ул миңә лә ҡағы-лыр, тип бер ҡасан да уйлағаным юҡ ине. Гел генә беҙҙең тормошҡа, һәм балаларыбыҙҙы тәрбиәләүгә ҡыҫылыуы бер ниндәй яҡшылыҡҡа ла килтермәйәсәк. Уның кәңәштәрен тыңламағаны өсөн ҡатыныма рәхмәтлемен. Ҡыҫҡаһы, ҡәйнәгеҙҙе бик ныҡ яҡынлатмағыҙ.
Азат, Яңы Яуыш ауылы:

–Ҡәйнәмә мин ихтирам менән ҡарайым һәм уға яҡшы мөнәсәбәттәмен, сөнки ул – минең һөйөклө ҡатынымдың әсәһе. Характеры менән ул һоҡланғыс ҡатын. Алыҫыраҡ йәшәй, әлбиттә, ләкин беҙ уға йыш барып йөрөйбөҙ.
Артур, Оло Ыҡтамаҡ ауылы:

– Әгәр ир кеше яҡшы эш хаҡы алһа, ғаиләһен ҡараһа һәм ҡатыны менән балаларына иғтибарлы булһа, ул саҡта ҡәйнәһенең тормошондағы проблемалар уға бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел. Ә бына бергә йәшәһәң, ул саҡта инде аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға. Уның үҙ ғәҙәттәре һәм тормошҡа ла үҙенсә ҡарай, улар йәш быуындың ғәҙәттәренән бик ныҡ айырыла. Ә инде ир менән ҡатын араһында нимәлер барып сыҡмай икән, ул саҡта ҡәйнә һәр ваҡыт ҡыҙы яҡлы буласаҡ. Ә ниндәй кейәүгә үҙен тәнҡитләүҙәре оҡшай икән? Шулай булғас, яҡындарҙы яратығыҙ, ләкин уларҙан алыҫыраҡ йәшәгеҙ.
Ринат, Кесе Ыҡтамаҡ:

– Барыһы ла тәрбиәнән тора, бер-береңде күрәлмаҫҡа, ләкин бер ҡасан да һүҙгә килешмәҫкә һәм бер кемгә лә зарланмаҫҡа була, шулай уҡ яратырға һәм шул уҡ ваҡытта талашырға, барыһына ла ҡәйнәм насар тип һөйләргә мөмкин. Мин ҡәйнәмде яратмайым, тип әйтә алмайым. Ә инде ирҙәрҙең ни өсөн ҡәйнәләрен яратмау-ҙарын бер кем дә нигеҙле генә итеп аңлатып бирә алмаясаҡ! Барыһы ла интуиция кимәлендә!

Был байрамды билдәләп, ирҙәр, ҡәйнәгеҙгә комплименттарға һаранланмағыҙ һәм уға ҡарата изгелекле булығыҙ. Ә иң мөһиме, алдығыҙҙа һеҙҙең өсөн ҡиммәтле хазина – ҡатынығыҙҙы тәрбиәләгән, уны бик яҡшы хужабикә, тоғро ҡатын һәм хәстәрлекле әсә булырға өйрәткән ысын ҡатын икәнлеген онотмағыҙ.


Адель ҒАФФАРОВА.