Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был ҡыҙыҡлы
9 Октябрь 2018, 19:06

Уҡыусы кеше – уңышлы кеше

9 октябрь – Бөтә Рәсәй уҡыу көнө – әҙәбиәткә һәм китапҡа арналған уникаль байрам.

Бөтә Рәсәй уҡыу көнөнөң маҡсаты – Рәсәйгә донъялағы иң күп уҡыусы ил исемен ҡайтарырға тырышыу. Был дата ярайһы уҡ йәш. Беренсе тап-ҡыр байрамды 2007 йылда билдәләй башлайҙар – ул саҡта 24 ноябрҙә милли уҡыу программаһы ҡабул ителә. Шул саҡтан бирле илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә лә ошо ваҡытта уҡыуҙы пропагандалаусы төрлө саралар һәм байрамдар ойошторалар. Китапҡа ҡыҙыҡ-һыныуҙы арттырыу, уҡыуға ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү – ҡала һәм райондар китапханаларының төп бурысы. Сөнки уҡыусы кешенең хәтер күләме ҙур, мәғлүмәтте тиҙерәк анализлай, ижади хыялға эйә була, фекерҙәрен асыҡ әйтеп бирә.

Ошо байрам хөрмәтенә, мин ауылдаштарымдан китап уҡыу-ға бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашыуҙарын һораным.
Гөлшат Мырҙағолова, 40 йәш, 1-се лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы:

– әйтеп тораһы ла юҡ, әлбиттә, кешеләр бөгөн аҙ уҡый башланы. Мин үҙем башҡорт әҙәбиәтенә өҫтөнлөк бирәм, романдар, повестар, хикәйәләр уҡыйым. Әлеге мәлдә “Ағиҙел” баш-ҡорт романын уҡыйым. Ноғман Мусин, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим китаптары миндә бала саҡ менән ассоциациялана. Ирем дә ҡағыҙ варианттағы китапты уҡырға ярата. Ә бына улыбыҙҙы мәжбүр итергә тура килә, сөнки был мөһим.
Ирина Йомаҙилова, 29 йәш:

– Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер тап үҙемә оҡшаған әҙәбиәткә ваҡыт юҡ. Нигеҙҙә бәләкәстәргә уҡыйбыҙ. Беҙҙең заманда кешеләр аҙ уҡый тиеү менән килешмәйем, улар күберәк хәҙер электрон варианттарын уҡый.
Алһыу Хафизова, 11 йәш, Башҡорт гимназияһы уҡыу-сыһы:

– Мин әле ҡағыҙ менән тышланған Гарри Поттерҙы уҡыйым. Мәктәптә “Дубровский”ҙы үтәбеҙ, уҡырға яратам, сөнки мин ниндәйҙер ғәҙәти булмаған, тылсымлы донъя-ға эләккәндәй булам.
Альмира Ғәлләмова, 31 йәш, балалар шифаханаһы тәрбиәсеһе:

– Мин уҡыйым, һәм был миңә оҡшай. “Уларҙы мотлаҡ уҡырға кәрәк” тигәнде аңламайым. Миңә ҡалһа, көсләп уҡыу мәғәнәһеҙ һәм китаптарға ҡарата нәфрәттән башҡа бер ниндәй ҙә яҡшылыҡҡа килтермәйәсәк. Әгәр уҡырға теләгегеҙ бар, ләкин был шөғөлдө бик үк яратып бөтмәһәгеҙ, ул сағында еңелерәк әҙәбиәттән башларға кәңәш итәм. Күптән түгел психология буйынса Антон Макаренконың китабын уҡып бөттөм, балаларға ла күп уҡыйым.
Артем Юнысов, 15 йәш, 1-се лицей уҡыусыһы:

– Минең өсөн уҡыу күп нәмәне аңлата: китап менән ял итергә һәм эшләп алырға, персонаждарҙың кисерештәрен уртаҡлашырға, параллель тормошта йәшәргә, геройҙарҙың ҡылыҡтарын һәм эске тормоштарын аңларға мөмкин. Әлеге ваҡытта Джордж Оруэлдың электрон китабын уҡыйым, ләкин ҡағыҙҙағыһын уҡыр-ға теләр инем. Беҙҙең ваҡыт- та кешеләр аҙыраҡ уҡый тип иҫәпләйем, сөнки уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары бөтөнләй икенсе.

Адель ҒАФФАРОВА.