Бөтә яңылыҡтар
Был ҡыҙыҡлы
10 Июль 2018, 13:48

Мәсетле ерендә Мексика төнө

Илдә футбол буйынса донъя чемпионатының ҡыҙған мәле. Рәсәйҙең эре ҡалалары донъяуи кимәлдәге футбол йондоҙҙарын ҡабул итә. Ауыл кешеләре лә картуф утау менән бесән әҙерләү араһында булып ятҡан ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булырға ынтыла. Ҡай ваҡыт беҙҙең үҙ яйы менән барған тыныс ҡына тормошобоҙҙа кеше ышанмаҫлыҡ хәлдәр булып ҡуя. Мәҫәлән, Ләмәҙтамаҡ ауылынан Лена һәм Айрат Мөхәрәмовтар менән булған ваҡиға кеүек.

Эш былай була. Ҡотош ауылының юл буйындағы билмәнханаһының һәм автосервистың йәш хужалары өсөн эш ваҡыты тамамланыуға табан бара һәм алдан бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш нәмәләрҙең булыры һиҙелмәй. Кафе менән йәнәш автосервисҡа төрлө төҫтәргә буятылған, сағыу автобус килеп туҡтай. “Күңелле” транспорттан Екатеринбургтан Һамарға табан юл тотоусы Мексика көйәрмәндәре килеп төшә. Баҡтиһәң, автобустары ватылған да, улар туҡтарға мәжбүр бул-ған.

– Автобустан 12 мексика көйәрмәне, шул иҫәптән камералары менән ике журналист килеп сыҡты. Русса аңламай-ҙар, ым-ишара ярҙамында нимәлер аңлатырға маташалар. Тәүге ярты сәғәттә аңлашыуы бик ауыр булды. Шулай ҙа ишараларынан беҙ уларҙың ашағыһы килеүен аңланыҡ. Телефон аша онлайн-тәржемә ярҙамында аралаша башланыҡ. Башта улар ресторан ризыҡтары һораны, ләкин беҙ уларға төп ашамлығыбыҙ – ул билмән икәнен аңлаттыҡ. Шулай уҡ былау тәҡдим иттек, – ти Лена. – Мексикандар беҙҙең ерлектәге ризыҡҡа бик шатланды һәм оҡшатты. Шулай уҡ ҡәһеүә һоранылар, һыуытҡыс-тағы бөтә һыуҙы алып бөттөләр. Ул төндә һауа температураһы +18 градус самаһы ине. Хатта шундай йылыла ла мексикандар йылы кофталар һәм курткалар кейгәйне. Мексика көйәрмәндәре шундай күңелсәк, хисле, сағыу кешеләр. Ҡосаҡлайҙар, барыһы өсөн дә рәхмәттәрен яуҙыралар. Ҡотоштан Айрат менән Илфат уларҙың автобус-тарын йүнәтеп бирҙе. Мексикандарҙа беҙҙең Рәсәй һумдары бар ине, тик беҙ уларҙан аҡса алманыҡ, сөнки икенсе континент ҡунаҡтары беҙгә көн һайын килеп тормай. Улар беҙгә иҫтәлеккә сомбреро бүләк итте һәм текила менән һыйланы. Ғөмүмән, барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды: беҙ – океан аръяғы ҡунаҡтарынан, улар – беҙҙең ҡунаҡсыллыҡтан. Хушлашҡанда улар оҙаҡ итеп беҙгә сигнал биреп барҙы. Ә уғаса бәйләнеш менән алмашырға өлгөргәйнек инде, хәҙер яҙышабыҙ. Инглиз телендә аралашабыҙ. Фотоны ла улар ебәрҙе.

Асыҡланыуынса, сит ил ҡунаҡтары үҙ автобустарын Францияға тиклем океан аша самолетта алып сыҡҡан. 11 мең км юл үткәндәр, бихисап рәсәйлеләрҙе осратҡандар, ләкин Лена менән Айрат Мөхәрәмовтар уларҙың үҙ кешеләренә әйләнгән. Ихласлыҡтары һәм ярҙамсыллыҡтары менән улар сит ил вәкилдәрендә мәсетлеләр хаҡында шәп тәҫьҫораттар ҡалдырған. Шулай дауам итегеҙ! Уңыштар һеҙгә, ҡәҙерле Лена һәм Айрат!

Зөһрә ҒӘНИЕВА.