Мәсетле тормошо
-3 °С
Облачно
Был көн календарҙа
23 Октября , 05:40

Иң ҡәҙерле байлығыбыҙҙы профессионалдарға ышанып тапшырабыҙ

Йыл һайын октябрҙең аҙаҡҡы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә автомобилселәр көнө билдәләнә. Байрамдың тулы исеме – Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң ҡәҙерле байлығыбыҙҙы профессионалдарға  ышанып тапшырабыҙИң ҡәҙерле байлығыбыҙҙы профессионалдарға  ышанып тапшырабыҙ
Иң ҡәҙерле байлығыбыҙҙы профессионалдарға ышанып тапшырабыҙ

Ошо дата уңайынан барлыҡ водителдәргә оло хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, айырыуса мәктәп автобустары водителдәре ҙур иғтибарға лайыҡ. Беҙ уларға тормошобоҙҙағы иң ҙур байлыҡты – балаларыбыҙҙы ышанып тапшырабыҙ. Улар Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙән тыш, тағы ла күп талаптарҙы үтәргә тейеш: юлда автобус тиҙлеген сәғәтенә 60 километрҙан арттырмаҫҡа, балалар автобусҡа ултырғанда һәм төшкәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итергә, маршрутта үтә иғтибарлы булырға.
Мәсетле районында мәктәп автобустары водителдәренең күпселеге был өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләй. Ошондай тәжрибәле, оҫта водителдәрҙең береһе – Илдар Хәйбуллин. Ул ярты быуатҡа яҡын техника менән идара итә, һәм икһеҙ-сикһеҙ юлдар күптән инде тормошоноң бер өлөшөнә әйләнгән.
Илдар Хәйбуллин 1960 йылдың 15 июлендә Әсмә һәм Хәкимйән Хәйбуллиндарҙың ҙур, татыу ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең 10 класын уңышлы тамамлаған егет Яраҫтау һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Техниканы яратҡан Илдар Хәкимйән улы, ҡулына водитель дипломын алып, тыуған Нуриманов исемендәге колхозға эшкә ҡайта. Ике йыл алыҫ Мурманск ҡалаһында Совет Армияһында хеҙмәт итә.
Армиянан һуң, күп уйлап тормай, Нуриманов исемендәге колхозда водитель булып эшләй башлай. Бына инде ярты быуатҡа яҡын ул яратҡан һөнәренә тоғро ҡала һәм бөгөн дә сафта.
Илдар Хәйбуллин колхоздың алдынғы шоферы була. Һәр ваҡыт уны алыҫ, оҙон рейстарға ебәрәләр. Өфө, Минйәр ҡалаларынан халыҡҡа газ ташый. Колхозда ҡоролоҡ арҡаһында малдарға һалам, бесән етмәй. Был хәл 1986–1988 йылдарҙа була. Колхоз водителдәре, шул иҫәптән Илдар Хәкимйән улы ла, алыҫ Ҡаҙағстандан һалам ташыйҙар. Юғары эш күрһәткестәре өсөн 1989 йылда уны Болгарияға бушлай путевка менән бүләкләйҙәр.
Колхоз тарҡалғас, 12 йыл Мәсәғүт автотранспорт предприятиеһында “НефАЗ” йөрөтә тәжрибәле водитель.
Хәҙер Илдар Хәкимйән улы йәнә тыуған Ләмәҙтамаҡ ауылында эшләй – урындағы урта мәктәптең “Газель” автобусында балаларҙы йөрөтә. Ул үҙ эшенең үтә яуаплы булыуын һәм әһәмиәтен яҡшы аңлай. Балаларҙы ауылдан мәктәпкә алып барыумы, йәиһә Өфөгә йәки икенсе ҡалаларға алып барыу булһынмы – былар барыһы ла водителдең тәжрибәһе, оҫталығы кимәлен һәм сабырлыҡ кеүек күркәм сифаттарын күрһәтә. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе автобусы водителе үҙ бурыстарын көн һайын теүәл үтәй. Һөнәри оҫталыҡ конкурстарында еңеүе уның юғары профессионаллек кимәлен йәнә бер тапҡыр иҫбатлай – 2021 йылда мәктәп автобустары водителдәренең район конкурсында беренсе урын яулай.
Тәжрибәле водителдең наградалары араһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн колхоз идараһынан күп һанлы рәхмәт хаттары һәм грамоталары, шулай уҡ Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһы бар.
Ул – хәстәрлекле ғаилә башлығы, атай, ейәндәренең яратҡан олатаһы ла.
Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Илдар Хәкимйән улы пунктуаллеге, эшкә яуаплы ҡарашы, уңғанлығы, егәрлелеге, тырышлығы менән ихтирамға лайыҡ булып ҡала.
Светлана СЕРГЕЕВА.

Автор: