

Улар Дыуан районының Мәтәле ауылында таныша. 16 йәше тулған Александр Лаврентьевич хеҙмәт юлын “Әй” совхозында тракторсы булып башлай, шул уҡ йәштәге Вера Александровна урындағы ашханаға эшкә килә. Йәштәрҙә тәү ҡараштан һөйөү хистәре уяна һәм 1966 йылда улар туй яһай. Шул ваҡыттан алып Власовецтар бер ғүмер һуҡмағынан 60 йыл ҡулға-ҡул тотоноп бара.
Александр Лаврентьевич бар ғүмерен тыуған еренә арнай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы тракторсы һөнәренә тоғро ҡала. Оҙаҡ йылдар ауылдаштары араһында лайыҡлы абруй ҡаҙана, Абдулла ауыл советы старостаһы була. Вера Александровна төрлө эштәр башҡарыусынан алып Ключевой ауылының мал һимертеү цехында ферма эшсеһенә тиклем юл үтә, ире менән ауыл хеҙмәте ауырлыҡтарын һәм шатлыҡтарын уртаҡлашып йәшәй. Ғүмер буйы йәшәгән ерҙәрендә үҙ ҡулдары менән өй һалып сығалар.
Улар бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай, ҙур хужалыҡ алып бара, йыл һайын күркәләр үҫтерә, баҡсаларын сағыу сәскәләр биҙәй, йәшелсә-емеш уңышы менән ҡыуандыра. Александр Лаврентьевич балыҡ тотоуҙа күңеленә ял таба, ә Вера Александровна бәйләм менән була.
– Беҙҙең ғаиләнең бәхет сере ябай, тип иҫәпләйем: барыһын да бергәләп эшләргә, хеҙмәттән ҡурҡмаҫҡа һәм һәр көнгә ҡыуанырға кәрәк, – ти ҡатын.
Ғаиләнең ысын именлеге йорттағы матди байлыҡ менән түгел, ә балаларының ниндәй кешеләр булып үҫеүҙәре менән үлсәнә. Власовецтар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән, уларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгән. Улдары Виктор менән Сергей аталары юлын һайлап, мәктәптә үк тракторсы-машинист танытмаһына эйә булалар һәм һайлаған һөнәргә тоғро ҡалалар. Виктор Александровичтың дөйөм стажы – 40 йыл, ә Сергей Александровичтың – 35 йылдан ашыу. Ҡыҙҙары Ольга – медицина хеҙмәткәре, 27 йыл Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһында өлкән шәфҡәт туташы. Ҡыҙҙары Екатерина квалификациялы бухгалтер-иҡтисадсы, Силәбе өлкәһенең Эҫем ҡалаһындағы заводта эшләй. Хәҙер Вера һәм Александр Власовецтарҙың ете ейән-ейәнсәре һәм бер бүләһе бар.
Бер-береһенә тоғролоҡ һәм ғаилә ныҡлығы өсөн быйыл уларҙы “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләйәсәктәр.
“Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы – ул 2008 йылда Рәсәй Федерацияһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәреү буйынса ойоштороу комитеты тарафынан булдырылған йәмәғәт наградаһы. Миҙал менән 25 йылдан ашыу һөйөү һәм татыулыҡта йәшәгән, граждандар араһында танылыу һәм хөрмәт ҡаҙанған, балаларын йәм-ғиәткә лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләгән ғаиләләр бүләкләнә.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.