

Хәҙерге быуын “Башҡортостан пионерҙары” республика балалар йәмәғәт ойошмаһы – пионер рухының һүнмәүенә, ә яңы көс алыуына сағыу дәлил. Ул 1990 йылдың 12 сентябрендә ойошторолған һәм В. И. Ленин исемендәге пионер ойошмаһының вариҫы булып ваҡыт бәйләнешен һаҡлап ҡала алған. Улар 1922-1923 йылдарҙа үҙҙәрен пионер тип атай башлаған. Бөгөн республикала ошо исемде ғорур йөрөткән 200000 самаһы өлкән кеше һәм бала иҫәпләнә. Ойошма символ итеп тәрән мәғәнә менән һуғарылған Алтын бал ҡорто образын һайлаған: бал ҡорто файҙа килтереүҙе, егәрлелекте һәм һәр кемдең үҙ урынында дөйөм эшкә өлөш индереү һәләтен сағылдыра. “Башҡортостан пионерҙары”ның быуындан-быуынға тапшырыла килгән төп идеяһы – әхлаҡи һәм ойоштороу мәҙәниәтен тапшырыу.
Мәсетле районында 1990 йылдан алып “Йәйғор” балалар берекмәһе уңышлы эшләп килә. Бөгөн уның рәйесе – Гүзәлиә Әхмәтханова. Ойошма тарафынан тиҫтәләгән йылдар эсендә байтаҡ эштәр башҡарылған. Райондың барлыҡ мәктәптәрендә балалар берләшмәләре эшләй. Уларҙың һәр береһенең үҙ атрибутикаһы бар – эмблема, байраҡ, флаг, галстук, значок, шулай уҡ барабандар һәм борғо. Йыл дауамында балалар төрлө акцияларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнаша, ә төп йомғаҡ, ғәҙәттәгесә, Пионерҙар көнөндә район пионер слетында яһала. Ижади башланғысты үҫтереү һәм балалар берләшмәләренә ярҙам итеү өсөн районда йыл һайын балалар һәм йәштәр йәмәғәт берләшмәләре һәм ойошмалары фестивале, Балалар йәмәғәт берләшмәләре һәм ойошмалары көнө, Пионерия көнө, макулатура йыйыу буйынса “БумБатл”, “Эколяттар менән ағастарҙы ҡотҡарабыҙ” акциялары һәм башҡа саралар үткәрелә. “Пионерҙар йорто тарихы” музейы балалар хәрәкәттәре һәм берләшмәләренең тарихын һаҡлай.
“Башҡортостан пионерҙары” эшенең мөһим өлөшө булып совет дәүере менән бергә үткәндә юғалмаған, яңы актуаллек алған тимурсылар хәрәкәте ҡала. Балалар берләшмәләре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә, шулай уҡ оло йәштәге яңғыҙ кешеләргә ярҙам итә. Районда “Яңғыҙ булмаған йорт”, “Хәстәрлек”, “Бүләк”, “Обелиск” кеүек акциялар бара. Был проекттар балаларҙы һүҙҙә генә түгел, эштә лә миһырбанлы булырға өйрәтә.
Пионер хәрәкәтендә ҡатнашыу һәр пионерға үҙен һәм тирә-яҡ донъяны танып белергә, уны яҡшыртырға, Ватандың лайыҡлы гражданы булырға ярҙам итә. Бынан тыш, ойошма фестивалдәр һәм профилле лагерҙар уҙғарыу аша балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ижади потенциалын үҫтерергә һәм тормошҡа ашырырға ынтыла, гражданлыҡ һәм илһөйәрлек, Ватанға һәм тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләй, шулай уҡ үҙ илебеҙ мәнфәғәте өсөн коллектив эштәрҙә ҡатнашырға әҙер булырға өйрәтә.
Бөгөн беренсел ойошмалар селтәре һәр мәктәптә тиерлек бар: Әләгәҙҙә – “Лидер-ҙар союзы”, Башҡорт гимназияһында – “Дуҫлыҡ иле”, Яңы Мишәрҙә – Ҡотдос Латипов исемендәге берекмә, Дыуан-Мәсетлелә – “Лидер”, Әжекәйҙә – “Бал ҡорто”, Яңы Яуышта – “Башҡорт ынйылары”, Ләмәҙтамаҡта – “Йәнтөйәк иле”, Оло Аҡала – “Авангард”, Теләштә – “Дуҫлыҡ иле”, Яңы Мөслимдә “Йәйғор” эшләй.
Камилла
МУСАКӘЛИМОВА.