Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
10 Декабрь 2025, 16:05

Күңел йылыһын өләшеп

3 декабрҙә, Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә, Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк район китапханаһы мөһим сара өсөн үҙ ишектәрен асты.

Күңел йылыһын өләшеп
Күңел йылыһын өләшеп

Ул йылылыҡ, шатлыҡ бүләк итеүгә, үҙ-ара аңлашыуҙың һәм ярҙамдың әһәмиәтен күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Йыл һайын бөтә донъяла билдәләнгән был көн – календарҙағы дата ғына түгел, ә йәмғиәттең иғтибарын физик мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең ихтыяждарына һәм сикһеҙ мөмкинлектәренә йәлеп итеү ысулы ла.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре төрлө йәштәге ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләгән. Иң йәш ҡатнашыусылар өсөн мауыҡтырғыс конкурстар, күңелле уйындар һәм аниматорҙарҙың сағыу сығыштары ойошторолдо. Күңелле сәй табыны артында ултырғанда ҡурсаҡ театры күрһәткән “Ҡуян дуҫтар эҙләй” спектакле дуҫлыҡтың һәм бер-береңә ярҙам итеүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне.
Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин балаларҙы сәләмләп, уларға яҡшы кәйеф теләне. Сара аҙағында кескәйҙәргә бүләктәр тараттылар.
Балалар уйындарҙан һәм әкиәттән ләззәт алған арала, уларҙың ата-әсәләре өсөн түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, унда Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм райондың төп хеҙмәттәре белгестәре, атап әйткәндә, Рәсәй Социаль фонды бүлексәһенең Мәсетле районындағы клиенттар хеҙмәте начальнигы Әлфирә Фәтхлисламова, төп белгес Резеда Миңлебаева, Оло Ыҡтамаҡ район дауаханаһының ойоштороу-методика бүлеге мөдире Лилиә Загребельная, опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Регина Ғайсина, республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Мәсетле районы буйынса территориаль бүлеге начальнигы Иршат Бәйтуллин һәм “Ғаилә” хеҙмәте етәксеһе Лариса Миңлебаева ҡатнашты.
Осрашыуҙа кәрәкле материалдар (памперс, йүргәк), реабилитация техникаһы менән тәьмин итеү, шифаханаларға һәм музейҙарға сәфәрҙәр ойоштороу, шулай уҡ эшһеҙ инвалидтарға ярҙам итеү кеүек мөһим мәсьәләләр тикшерелде.
Шул уҡ көндө китапхананың икенсе ҡатында ололар өсөн спорт ярыштары уҙҙы. Килгән ҡунаҡтар шашка һәм шахмат уйнап, интеллектуаль һәләттәрен күрһәтте, дартс уйынында мәргәнлектә ярышты.
Үҙәк китапханала уҙған сара ысын мәғәнәһендә йылы мөнәсәбәт, аралашыу һәм бер-береңә ярҙам итеү байрамы булды.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Күңел йылыһын өләшеп
Күңел йылыһын өләшеп
Автор: