Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
10 Март 2025, 10:40

Улын патриот итеп тәрбиәләгән

8 Март – тәүге яҙғы сәскәләр күҙҙәрҙе ҡамаштырған һәм яратҡан әсәй-өләсәйҙәр ҡотлауҙар ҡабул иткән матур байрам. Мәрхәмәт һәм наҙ байрамында Ватаныбыҙҙың данлы улдарын тәрбиәләгән әсәләргә хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Улдарын тәрбиәләүгә бар көсөн һәм күңелен һалған, уларҙы Тыуған илебеҙҙе ҡыйыу һаҡлаған ысын ирҙәр итеп үҫтергән әсәләргә рәхмәтлебеҙ. Ошондай күркәм әсәләрҙең береһе – Йонос ауылынан Рита Ҡәҙербаева.

Улын патриот итеп тәрбиәләгән
Улын патриот итеп тәрбиәләгән

Рита Вәдит ҡыҙы – күңел йылыһын өләшкән изгелекле ҡатын. Беҙҙе асыҡ сырай менән ихлас ҡаршы алды.
Ул Айып ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ сауҙа-кулинария училищеһына уҡырға инә. Йонос ауылы егетенә кейәүгә сыға. Йәш ғаилә иренең тыуған төйәгендә төпләнә. Ул ашнаҡсы, почтальон һәм кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре булып та эшләй.
– Ҡыҙым студент, ә улым мәктәп уҡыусыһы сағында ирем вафат булды. Шуға күрә уларҙы ҡарау өсөн һәр төрлө эшкә тотондом, – тип һөйләй Рита Ҡәҙербаева.
Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Рита Вәдит ҡыҙы балаларына лайыҡлы белем алырға ярҙам итә. Хәҙер ҡыҙы үҙ ғаиләһе менән Первоуральск ҡалаһында йәшәй, уның дүрт балаһы бар. Улы Ватан һағында тора. Ҡушаматы – “Юлбарыҫ”.
2022 йылдың сентябрендә ул махсус хәрби операцияға алына. Әлеге ваҡытта медицина хәрби часында ефрейтор дәрәжәһендә медбрат булып хеҙмәт итә.
– Повестка килгәндә улым отпускыла ине. Икенсе көнөндә үк ул хәрби әҙерлек урынына юл тотто. Шул ваҡыттан алып мин йоҡомдо һәм тыныслығымды юғалттым, – тип һөйләй Рита Ҡәҙербаева.
Отпускыларҙың береһендә ул әсәһенә подполковник, медицина хеҙмәте начальнигынан рәхмәт хаты алып ҡайта.
“Хөрмәтле Рита Вәдит ҡыҙы! Үҙен һөнәри-квалификация системаһында профессиональ белемен һәм оҫталығын камиллаштырыуға ынтылған башҡарыусан, дисциплиналы, ғәҙел һәм намыҫлы хәрби хеҙмәткәр итеп күрһәткән улығыҙ өсөн ихлас рәхмәтемде белдерергә рөхсәт итегеҙ. Улығыҙҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы, Ватаныбыҙҙы, идеалдарыбыҙҙы яҡлағаны өсөн рәхмәт. Махсус хәрби операцияла шундай кешеләр ҡатнашыуы менән ғорурланабыҙ”, – тиелә хатта.
Әлеге ваҡытта Рита Ҡәҙербаева ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә һәм яугирҙарға гуманитар ярҙам йыя. Уның хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡалманы – Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Өйгә ингәс тә уның өҫтәлендә блиндаж шәмдәре һәм тиҙ һүнмәй торған шырпылар күрҙем. Әңгәмә барышында Рита Вәдит ҡыҙы уларҙы нисек дөрөҫ эшләргә өйрәтте. Шулай уҡ ул һалдаттарға умарталығынан бал, үҙе әҙерләгән төрлө аш-һыу һәм һуттар, башҡорт үләндәренән сәйҙәр оҙата. Йыуғыстар бәйләй, йылы әйберҙәр ебәрә.
– Егеттәребеҙҙең нимәгә мохтаж икәнлектәрен улым хәбәр итә, – ти ул. – Шуға күрә иң кәрәклеһен генә йыйырға һәм әҙерләргә тырышам. Йәй буйына йәшелсәләр үҫтерәм, урманға йөрөйөм. Беҙҙең һалдаттарға еңеү өсөн витаминдар һәм көс кәрәк.
Рита Вәдит ҡыҙы – ысын Ватан геройы тәрбиәләгән илһөйәр ҡатын. Ихлас күңелдән уға ныҡлы һаулыҡ, улының һәм барлыҡ егеттәрҙең күптән көтөлгән еңеү менән тиҙерәк тыуған яғына ҡайтыуын теләйбеҙ!
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: