Бына йәнә беҙҙең ир-егеттәребеҙ Ватаныбыҙ именлеге һағында тора. Бөгөн һүҙебеҙ уларҙың береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Илнар Ғәниев тураһында булыр.
Илнар Илдар улы Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт гимназияһын тамамлағандан һуң, Йоматау аграр техникумында бухгалтерға уҡый. Һуңынан Рәсәй Армияһы Ҡораллы Көстәре сафына хеҙмәткә саҡырыла. Бер йылдан контракт төҙөй һәм Абхазия сигендә БТР водителе булып хеҙмәт итә.
2022 йылдың 22 сентябрендә Илнар Ғәниев Украинаға махсус хәрби операция зонаһына мобилизациялана. Пехотаның мотоуҡсылар ротаһында штурмовик булып хеҙмәт итә.
– Мобилизацияға тиклем Красноярск крайында вахта ысулы менән эшләнем. Бер тәүлек ҡалғас, махсус хәрби операцияға ебәреү өсөн повестка тапшырҙылар. Тәүҙә беҙ бер ай Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлектә булдыҡ. Алдан хәрби әҙерлегем һәм тәжрибәм булғанлыҡтан, миңә барыһы ла еңел бирелде, – тип һөйләй яугир. – Иптәштәрем “Ганс” шартлы исеме бирҙе.
Йыл ярым үтеүгә Илнар Илдар улы хәрби задание үтәгәндә етди яралана, Новосибирск госпиталендә дауалана, ә һуңынан Силәбелә реабилитация үтә. Артабан демобилизациялана.
Хәрби ҡаҙаныштары өсөн Илнар Илдар улы II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы һәм Изге Георгий орденына лайыҡ була.
– МХО-ла булған һәр яугир яҡындары янына иҫән-һау ҡайтыуын теләйем. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! – тип мөрәжәғәт итә ул ил һағында тороусыларға.
Илнар Ғәниев Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Йәгеҙ әле, малайҙар!” конкурсында жюри составында булды. Ярыш башланыр алдынан яугир балалар менән хеҙмәт тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, хәрби көндәр һәм үҙ-ара ярҙам итеүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне. Ул һуғышта иң мөһиме иптәштәреңә тоғролоҡ һәм Ватанға һөйөү булыуын билдәләне. Уҡыусылар геройҙы ҡыҙыҡһынып тыңланы, уның хәрби тормошо, ауырлыҡтарҙы нисек хәл итеүе тураһында һорауҙар бирҙе.
Ил өсөн ауыр ваҡыттар килгәс, Илнар Ғәниев Ватаныбыҙҙы һаҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе. Шуға күрә уны тыуған еребеҙҙең ысын патриоты һәм геройы тип хаҡлы әйтә алабыҙ.
Ләйсән АБЗАНОВА.