Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
21 Февраль 2025, 14:20

95 йыллыҡ мираҫ, 35 йыллыҡ үҫеш...

Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ойошторолоуға – 35, ошо юғары уҡыу йортонда башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы булдырылыуына 95 йыл тулды. Был ике ҙур юбилей тантанаһы баш ҡалабыҙҙың “Торатау” конгресс холында үткәрелде.

95 йыллыҡ мираҫ, 35 йыллыҡ үҫеш...
95 йыллыҡ мираҫ, 35 йыллыҡ үҫеш...

Ҙур сараға әҙерлек йыл башынан уҡ башланды, тип таныштырҙы студенттар.
Өфө фән һәм технологиялар университетында (беҙ уҡығанда Башҡорт дәүләт университеты ине) бөгөнгө көндә меңләгән студент белем ала. Улар араһында 12 сит илдән студенттар иҫәпләнә, 20 милләт вәкилдәре уҡый. Филология факультетында студенттар 10 телде өйрәнә. Бөгөнгө көн өсөн был ҙур ҡаҙаныш.
Ошо матур сарала миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Беҙ, башҡорт-рус теле бүлегенең 1985 йылғы сығарылыш студенттары, ветеран уҡытыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар факультетта экскурсияла булып, күңелле студент йылдарын хәтергә төшөрҙөк, иҫтәлеккә фотоға төштөк.
Беҙгә арҙаҡлы шәхестәрҙән белем алыу бәхете тейҙе. 1980 йылдар башында факультет деканы Марат Зәйнуллин, Ғәли Сәйетбатталов, Ғиниәт Ҡунафин, Мөхтәр Әхтәмов, Вәли Псәнчин, Нәғим Ишбулатов, Әхмәт Сөләймәновтар кеүек остаздарыбыҙҙан тел ғилемен өйрәндек, тормош һабаҡтарын алдыҡ.
Илем, телем, халҡым тип янып эшләгән һәм йәшәгән остаздарыбыҙ, туған телебеҙҙе һаҡлауға, өйрәнеүгә, үҫтереүгә ғүмерҙәрен арнаған хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уларға бик рәхмәтлебеҙ.
Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты күп йылдар буйы милли кадрҙар әҙерләүсе үҙәк булып тора. Факультетты тамамлаусылар араһында күренекле уҡытыусыларҙан тыш, илебеҙҙең төрлө тармаҡтарында эшләүсе арҙаҡлы шәхестәр күп. Улар араһында ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре, артистар, журналистар, дикторҙар, дин әһелдәре һәм башҡа өлкәләрҙә эшләүселәр бихисап.
Бөгөнгө йәш, дәрте ташып торған студенттарҙың беҙҙе йылы ҡаршылауҙары, һәләтле йәштәрҙең йөкмәткеле, туған телебеҙгә һөйөү уятыусы иҫ киткес сығыштары оҡшаны. Был осрашыуҙар күңелебеҙҙә матур хәтирәләр булып һаҡланыр.
Мәктәпте тамамлаусы йәштәргә:
– Тырышып уҡығыҙ, белем алырға ынтылығыҙ, һеҙҙе матур студент тормошо көтә, – тип әйтергә теләйем.

Һүрәттә: Гөлназ Йәнтүрина (уңда) һәм уның курсташы Фәнүрә Сирғәлина (һулда) шағирә һәм журналист Лариса Абдуллина менән 


Гөлназ ЙӘНТҮРИНА, Башҡорт дәүләт университетының 1985 йылғы сығарылыш студенты.

Автор: