Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
15 Февраль 2025, 09:00

Онотолмай ул утлы йылдар

1979 – 1989 йылдарҙағы Афған һуғышында 80-дән ашыу райондашыбыҙ ҡатнашҡан. Утлы юлдар аша үткән яҡташтарыбыҙ араһында Сабирйән Рәхимов та бар.

Онотолмай ул утлы йылдар
Онотолмай ул утлы йылдар

Сабирйән Исмәғил улы сығышы менән Тәкә ауылынан. Теләш урта мәктәбендә белем алған.
– Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң хәрби хеҙмәт юлын һайларға ҡарар иттем һәм осоусылар училищеһына уҡырға инеү өсөн Ырымбур өлкәһенә юлландым. Әммә яҙмыш үҙенсә хәл итте. Центрифуга ҡорамалында үткәрелгән тикшереү барышында миңә күҙҙәрҙә ҡан баҫымының күтәрелеүе хаҡында хәбәр иттеләр, – тип һөйләй Сабирйән Рәхимов. – Летчик-истребитель була алмайһың, тинеләр. Һуңынан Воронеж юғары авиация техник училищеһына юлландым, техникка индем. Хәрби антҡа тиклем бер ай ҡалғас, армияла хеҙмәт итер өсөн өйгә ҡайтып китергә булдым. Красноуфимск ҡалаһында яҡташымды осраттым, ул үҙе менән шоферға уҡырға тәҡдим итте, шулай эшләнем дә.
Сабирйән Рәхимов 1985 йылдың апрелендә СССР Ҡораллы Көстәре сафына алына. Хәрби хеҙмәтте Ҡырғыҙ ССР-ының сик буйы ғәскәрҙәрендә, Нарын ҡалаһында үтә.
– Армияла беҙҙе төрлө структураларға бүлделәр. Машина йөрөтөү буйынса яҡшы күнекмәләргә эйә булыуыма бәйле мине особистың (контрразведка һәм шпионажға ҡаршы көрәш менән шөғөлләнеүсе махсус бүлек хеҙмәткәре) шәхси водителе итеп алдылар, – тип һөйләй Сабирйән Исмәғил улы.
Ярты йылдан ул Афғанстанда хеҙмәт итергә ризалыҡ бирә. Гранатометта тоҫҡаусы, снайпер булып хеҙмәт итә. Ете хәрби операцияла ҡатнаша, улар араһында “Чакаран” операцияһы уның хәтерендә айырым урын биләй, унда 700 хәрби ҡатнаша, шуларҙың 28-е һәләк була.
– Афғанстанда беҙ наркотик матдәләр ташыған каруандарға засадалар ойошторҙоҡ, – ти Сабирйән Рәхимов. – Һиндостан, Пакистан һәм Афғанстан сигендә үҙ ҡулдарыбыҙ менән ҡаҙылған ер өйҙәрҙә йәшәнек. Дошман белеп ҡалмаһын өсөн һәр саҡ урынды алмаштырып торҙоҡ. Беҙҙең взводта 32 кеше ине, ләкин уларҙың 11-е һуғышта һәләк булды. Һары ауырыуы менән сирләү сәбәпле, күптәрҙе өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙеләр. Быға башлыса ҡышлаҡ аша аҡҡан һыу сәбәпсе булды. Беҙ уны ризыҡ әҙерләү өсөн ҡулландыҡ.
Сабирйән Исмәғил улы өйөнә армия хеҙмәте тамамланып йыл ярым үткәс ҡайта. Яҡшы хеҙмәте “Батырлыҡ өсөн”, “Рәхмәтле Афғанстан халҡынан” һәм “СССР Хәрби Көстәренә 70 йыл” миҙалдары менән билдәләнә.
Ауырлыҡтарға һәм юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, Сабирйән Исмәғил улы оптимизм һәм яҡшылыҡҡа ышанысты һаҡлап ҡалған. Ул иленә хеҙмәт итеүе менән ғорурлана. Һәләк булған иптәштәре хаҡында иҫтәлек уның йөрәгендә мәңге йәшәй, Афғанстандағы хеҙмәттән фотолар тупланған фотоальбомды бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлай.
Тыуған иленә ҡайтҡас, Сабирйән Рәхимов күпмелер ваҡыт Златоуст ҡалаһында йәшәй, һуңынан Тәкә ауылына ҡайта, “Коммунист” колхозында механизатор була. Әле Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй.
Сабирйән Рәхимовтың таянысы һәм ярҙамсыһы – уның ҡатыны Әнисә Ҡәниф ҡыҙы. Бергәләп ҙур һәм уңайлы йорт һалып сыҡҡандар. Диана, Регина һәм Альбина исемле ҡыҙҙарына яҡшы белем алырға ярҙам иткәндәр. Хәҙер Рәхимовтар – бәхетле өләсәй менән олатай.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: