Бер ҡасан да теше борсомаған кешеләр арабыҙҙа бик һирәктер, моғайын. Шуға күрә стоматолог һөнәренә ихтыяж һәр саҡ юғары. Был һөнәр бик мөһим һәм киң таралған.
Бөгөн беҙ Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының ошо өлкәлә 35 йыл хеҙмәт иткән табибы Әғләм Хафизов тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Ул – стоматолог-ортопед һәм стоматолог-хирург.
Буласаҡ табип 1964 йылдың 23 апрелендә Һөләймән ауылында Әбүбәкер менән Факиһа ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә. Хафизовтар егәрле, өлгөр булыуҙары менән айырылып тора. Уларҙың ғаиләһендә бер-береңә ярҙам итеү – ғәҙәти күренеш, шуға күрә бөтә балалар ҙа дуҫ һәм эшсән булып үҫә.
Ләмәҙтамаҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Әғләм Хафизов армияла хеҙмәт итә. 1984 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Диплом алғас, 1990 йылда, тыуған яғына ҡайта һәм Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт эшмәкәрлеген стоматолог-ортопед булып башлай. Кадрҙар етешмәү сәбәпле әлеге ваҡытта Әғләм Әбүбәкер улы теш протездары ҡуйыу һәм теш һурыу буйынса бурыстарҙы бергә алып бара. Көн һайын ул бик күп пациенттар ҡабул итә.
Уның тураһында материал әҙерләгән көндә лә шулай булды: стоматологтың кабинеты янында бер нисә кеше ҡабул итеүҙе көтөп тора ине, эш графигы көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, ул әңгәмәләшеүгә ваҡыт бүлә алды.
– Мин башланғыс мәктәптә уҡыған ваҡытта Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында эшләгән күрше Зилә һәм Мәшүҙә Вәис ҡыҙҙары мәктәпкә прививка эшләргә килде. Миндә уларҙың өлгөһөндә кешеләргә ярҙам итеү һәм дауалау теләге уянды, – тип һөйләй Әғләм Әбүбәкер улы. – Туғандарым Ишбулат, Әкрәм һәм Әсләм Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамланы, ә мин өсөнсө быуын туғаным Рәүеф Сафин менән үҙебеҙҙе медицинаға бағышлап, стоматология факультетына уҡырға индек. Эшемде бик яратам. Кешеләргә ярҙам итә алыуымдан ҡәнәғәтмен.
Әғләм Әбүбәкер улы пациенттарға йылы һәм ипле ҡарашта. Процедура алдынан уның нисек үтәсәген аңлата. Пациенттың ҡурҡыуын күрһә, уны тынысландырырға, дәртләндерергә тырыша. Ошондай иғтибарлы булыуы менән ул райондаштары араһында ихтирам яулай.
Әғләм Хафизов күп йылдар дауамында райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индерә, үҙенең ҡаҙаныштары өсөн бихисап почет грамоталары менән наградланған, улар араһында – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы наградаһы.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ҡыҙҙары ла атаһы юлын һайлай: кесеһе Эльвира – участка терапевы, ә өлкәне Гүзәлиә – стоматолог. Хәҙер Гүзәлиә Әғләм ҡыҙы атаһы менән бер командала эшләй.
Әғләм Хафизов район тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, көн һайын спорт менән шөғөлләнә, көрәш, шахмат, гер күтәреүҙә һәм башҡа спорт ярыштарында сығыш яһай.
Ата-әсәһе өлгөһөндә йыр-моңға ғашиҡ булып үҫкән бер туған Хафизовтар үҙҙәренең “Батырҙар” ғаилә ансамблен ойоштора. Уларҙың һәр береһе төрлө музыка ҡоралдарында уйнай, Әғләм Әбүбәкер улы ҡурайҙа һыҙҙыра. Концерт номерҙары менән улар районда ғына түгел, унан ситтә лә уңышлы сығыш яһай.
Ләйсән АБЗАНОВА.