Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
20 Октябрь , 09:00

Минең атайым – иң яҡшыһы

20 октябрь – Атайҙар көнө Атайҙар көнө – ул яҡты һәм матур байрам. Был – улдары һәм ҡыҙҙары өсөн герой булған, өлгө алырлыҡ, билдәле йырҙағы кеүек һәр нәмәгә һәләтле кеше булған атайҙарҙы хөрмәтләү көнө. Рәсәйҙә атайҙар көнө октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә, быйыл был дата егерменсе октябргә тура килә.

Минең атайым – иң яҡшыһы
Минең атайым – иң яҡшыһы

Ошо байрам алдынан беҙ Яңы Мишәр ауылындағы “Умырзая” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән осраштыҡ. Балалар беҙгә атайҙары тураһында ихлас һөйләне, уларға рәхмәт һәм һөйөүен белдерҙе.

Нәркәс, 6 йәш: “Атайымдың исеме – Илдар. Ул водитель булып эшләй. Уның яратҡан шөғөлө – балыҡ тотоу. Мин уның менән балыҡ тоторға барам. Мин бәләкәй балыҡтарҙы тотам, ә атайым – ҙурҙарҙы. Атайымды бик яратам, ул – иң яҡшыһы”.

Фәрхәт, 5 йәш: “Атайым көслө, аҡыллы һәм шаян. Ул автобус водителе, кешеләрҙе ҡалаға ташый. Өйҙә ремонтты ул һәр ваҡыт үҙе эшләй. Мин уға ярҙам итәм, мәҫәлән, мунса яғыр өсөн утын ташыйым”.

Ислам, 3 йәш: “Атайымдың исеме – Денис. Ул эшкә йыраҡҡа йөрөй. Минең атайым иң шәбе”.

Алһыу, 6 йәш: “Атайымдың исеме – Айрат. Беҙҙең һыйырҙарыбыҙ күп, атайым уларҙы ҡарай, тракторҙа улар өсөн күп бесән әҙерләй. Мин атайыма һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышам һәм уның менән һыйыр көтөргә йөрөйөм. Атайым ҡоймаҡ бешерергә ярата. Уның ҡоймаҡтары бик тәмле була”.

Әмирә, 4 йәш: “Мин – Әмирә Ғаяз ҡыҙы. Атайым газ операторы булып эшләй, уның ярҙамында кешеләрҙең өйҙәрендә йылы. Мин атайымды бик яратам, ул – иң изгелекле һәм иң көслөһө. Ул миңә йыш ҡына тәмлекәстәр һатып ала. Атайым эш менән булғанда уға ҡоралдар алып биреп торам”.

Йәмилә, 4 йәш: “Атайымдың исеме – Флүр, ул колхозда мал ҡарай. Ул хәстәрлекле һәм изге күңелле. Атайым ҙур һәм матур йорт һала. Мин уның менән бик ғорурланам”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы инициативаһы менән 2020 йылдан “Атай ҡаһарманлығы” наградаһы тапшырыла. Ул балалар тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, үҙ районы һәм республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙың ҡаҙаныштарын билдәләй.
2020 йылда “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсында Оло Ыҡтамаҡ ауылынан күп балалы атай Әнис Ҡазиханов еңеүсе булды. Шул уҡ йылда ҡатнашыусы дипломы менән Йыланыш ауылынан Юрис Вәхитов һәм Һөләймән ауылынан Фларит Зәйнетдинов бүләкләнде. 2022 йылда
номинант дипломдары менән Яңы Яуыш ауылынан Денис Нәбиуллин, Һабанаҡ ауылынан Илгизәр Ғилметдинов, Әләгәҙ ауылынан Сергей Саломатов һәм Абдулланан Азамат Ибраһимов бүләкләнде. 2023 йылда конкурста Айып ауылынан Ришат Кәримов һәм Оло Аҡа ауылынан Илдус Рәхимов еңеүсе булды, Әжекәй ауылынан Марс Әхйәмов менән Һабанаҡ ауылынан Айнур Зәбихуллин – номинанттар.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: