Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тәмәке тартыуҙы ташларға бер ҡасан да һуң түгел

Бөгөн – Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө. Ошо уңайҙан Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 27 майҙан 2 июнгә тиклем Тәмәкенән баш тартыу аҙналығы иғлан итте.

Тәмәке тартыуҙы ташларға бер ҡасан да һуң түгел
Тәмәке тартыуҙы ташларға бер ҡасан да һуң түгел

Тәмәкенең зыяны тураһында барыбыҙ ҙа белеп торабыҙ. Тәмәке тартыу – ул организмдың хроник ағыуланыуы. Уның ағыуы организмға үтеп инә, туҡымаларҙың күҙәнәктәрендә зарарлы тәьҫире күҙәтелә. Тәмәке составында бәйлелеккә килтергән һәм ҡулланыу теләге тыуҙырған матдә бар. Ул – никотин. Тәмәке төтөнө составына никотиндан тыш бер нисә тиҫтә ағыулы һәм канцероген (яман шешкә килтереүсе) матдә инә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Ерҙәге һәр 12-се кеше тәмәке эҙемтәләренән вафат була. Бөтә яман шештән үлеү осраҡтарының 40 – 45 процентын тәмәке тартыуға бәйләйҙәр, шуларҙың 90 – 95 проценты – үпкә яман шеше. Тәмәке – бөтә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының, артериаль гипертензияның, хроник обструктив үпкә ауырыуының беренсе хәүеф факторы. Тәмәке кеше тәненең бөтә ағзаларына ла тиерлек кире йоғонто яһай. Тәмәке инфаркт, инсульт, ауыҙ ҡыуышлығы, тамаҡ, үпкә яман шеше, астма, туберкулез, деменция кеүек ауырыуҙарҙың үҫешенә булышлыҡ итә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, тәмәке ҡулланыуҙың бөтә формалары ла сәләмәтлеккә зыян килтерә, зарарһыҙ тәмәке дозаһы юҡ. Донъяла тәмәке тартыу тәмәке ҡулланыуҙың иң таралған формаһы булып тора. Тәмәкенең башҡа төрҙәренә кальян, сигара, сигарилла, төрөлгән тәмәке, төрөпкә, биди һәм кретек инә.
Һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында тәмәке тартыу киң тарала һәм иртәрәк даими тәмәке тарта башлау тенденцияһы күҙәтелә. Бигерәк тә йәш ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәмәке тартыуҙың таралыуы һиҙелерлек арта. Мәҫәлән, 20 – 29 йәштәгеләр төркөмөндә тәмәке тартҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлөшө 60 йәштән өлкәнерәктәргә ҡарағанда 10 тапҡырға күберәк.
Тәмәке тартҡан ата-әсәләрҙең балалары нервы ауырыуҙары менән йышыраҡ сирләй, шулай уҡ иртәрәк тәмәке тарта башлай. Балаларҙың респиратор ауырыу-ҙары йышлығы ата-әсәләре көн дауамында тартҡан тәмәкеләр һанына тура бәйле.
Тәмәке ҡулланыуҙан баш тартыу йөрәктең эшен һәм бөтә организмдың торошон һиҙелерлек яҡшырта.
Кеше тәмәке тартыуын ташлаһа:
– ике сәғәттән һуң никотин өлөшләтә ҡанда тарҡала, абстинент синдром барлыҡҡа килә;
– һигеҙ сәғәттән һуң ҡанда никотин һәм һөрөм ике тапҡырға кәмей, тын алыуы еңелләшә;
– 24 сәғәттән һөрөм тулыһынса организмдан сығарыла;
– 48 сәғәттән һуң ҡанда никотин ҡалмай, тәм һәм еҫ һиҙеү көсәйә;
– ике-өс аҙнанан абстинент синдром юҡҡа сыға, хәл яҡшыра;
– өс айҙан ҡан әйләнеше яҡшыра;
– дүрт – алты айҙан тын алыу системаһы тергеҙелә, үпкәнең функциональ резервтары 30 процентҡа арта;
– бер – биш йылдан һуң миокард инфаркты үҫеше хәүефе ике тапҡырға кәмей.
Баланың электрон тәмәке тартыуын нисек аңларға
Һуңғы ваҡытта йәштәр араһында тәмәкене алмаштырыусы вейптар, электрон пар генераторҙары популярлаша бара. Ҡәҙимге тәмәкене алмаштырған вейпта вейпер спирт, ароматизатор һәм никотин менән шыйыҡсаны һура, төтөн урынына – пар сығара. Был айырыуса үҫмерҙәргә оҡшай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн һәр бишенсе үҫмер – вейпер. Баланың вейп тартыуын һиҙмәй йөрөүегеҙ ҙә ихтимал, сөнки ул еҫ ҡалдырмай. Ләкин ата-әсәләр иғтибарын киләһе билдәләргә йүнәлтә ала.
Телмәрҙә яңы һүҙ
Балағыҙҙың йәштәштәре һәм дуҫтары менән нисек аралашыуын тыңлағыҙ. Таныш булмаған һәм аңлайышһыҙ һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән: “жижа”, “нулевка”, “ашка”, “дудка”, “мод”, “танк”, “под”, “вейп”. Уларҙың барыһы ла электрон тәмәке өлөштәрен йәиһә ҡоролмаһын аңлата.
Кейемдәге майлы таптар
Әгәр кер йыуғанда майлы таптар күрһәгеҙ, уларҙан, мәҫәлән, бергамот йәиһә тәмәке еҫе сыҡһа, был – һағайырға сәбәп. Бындай таптар электрон тәмәкеләр өсөн шыйыҡсанан тамған тамсыларҙан барлыҡҡа килә.
Яңы гаджеттар һәм зарядкалар
Бөтә электрон ҡоролмаларҙы зарядкаға ҡуйырға кәрәк. Балағыҙҙың һеҙ һатып алмаған яңы зарядлау ҡулайламаһы барлыҡҡа килһә, уларҙың тәғәйенләнешен тикшерегеҙ.
Йыш аҡса һорау
Электрон тәмәке – ҡиммәтле ҡоролма. Балағыҙ аҡсаны йышыраҡ һорай башлаһа, нимәгә һорауы менән ҡыҙыҡһынығыҙ.
Һаулыҡ һәм аппетит насарая
Электрон тәмәке тартҡан үҫмерҙәр аҙыраҡ ашай башлай. Сәбәбе – татлы шыйыҡса аппетитты кәметә.

Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Фото

Автор: