Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
29 Апрель , 10:00

Камиллыҡҡа илтеүсе юл

29 апрель – Халыҡ-ара бейеү көнө Бейеү көнө – ул бөтә донъя кешеләрен берләштергән һәм беҙгә тормошобоҙҙа бейеүҙең мөһимлеген иҫкә төшөргән байрам.

Камиллыҡҡа илтеүсе юл
Камиллыҡҡа илтеүсе юл

Был көн – бейеү сәнғәте менән ләззәтләнеү, уны башҡа кешеләр менән уртаҡлашыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Ләмәҙтамаҡ клубының художество етәксеһе Таңһылыу Мозафарова – ошондай сараларҙы ойоштороусы. Бер нисә йыл элек ул “Ынйыҡай” бейеү коллективын ойошторған.
Коллектив йәш булыуға ҡарамаҫтан, уның уңыштары ла бар. Әйтәйек, 2022 йылда “Ынйыҡай” коллективы “Әй ынйыһы” район балалар фольклор коллективтары конкурсында беренсе урын яуланы.
Таңһылыу үҙе лә урындағы клуб сәхнәһендә бейей, шулай уҡ күсмә концерттарҙа ҡатнаша, яңыраҡ Салауат районының Торналы клубында Ғаилә йылына арналған “Таланттар йәйғоро” асыҡ бейеү ижады конкурсында сығыш яһаны. Оҫталыҡ бәйгеһендә Салауат, Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле райондарынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Кропачево ҡасабаһынан 35 башҡарыусы ҡатнашты.
Таңһылыу Мозафарова “Һай, килен” бейеүе менән “Соло, халыҡ бейеүе” номинацияһында I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Ангелина Зәбирова менән бергә улар “Ике аҡҡош” бейеүен башҡарып, II дәрәжә лауреаттар булды.
Конкурста районыбыҙҙан тағы бер вәкил – Өфө автотранспорт колледжының 1-се курс студенткаһы Луиза Ғәлләмова ҡатнашты. Ул “Ҡарлуғас” бейеүе менән III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Бөтә бейеүҙәрҙе лә Таңһылыу Мозафарова сәхнәгә ҡуйған.

Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: