Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
29 Апрель , 09:00

Бейеү – йәшәү рәүеше

29 апрелдә Халыҡ-ара бейеү көнө билдәләнә. Ул байрам ғына түгел, ә тотош донъя кешеләрен берләштергән мәҙәниәт. Был көндө беҙ бейеүҙең мөһимлеген һәм уның тормошобоҙға йоғонтоһон билдәләйбеҙ.

Бейеү – йәшәү рәүеше
Бейеү – йәшәү рәүеше

Башҡортостан лайыҡлы рәүештә “башҡорт сәнғәте ынйыһы” тип иҫәпләнгән һәм республикабыҙҙың, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең тулы хоҡуҡлы мәҙәниәт вәкилдәре булған бик күп маҡтаулы хореография коллективтарының тыуған төйәге булараҡ билдәле.
Бейеү – ул күңел асыу ғына түгел, үҙ-үҙеңде сағылдырыу ысулы ла. Ул беҙгә хәрәкәт аша хис-тойғоларыбыҙҙы һәм фекеребеҙҙе сағылдырырға ярҙам итә. Башҡортостанда республикала йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, профессиональ һәм үҙешмәкәр ижади коллективтар уңышлы эшләй.
Бөгөн ошондай коллективтарҙың береһендә бейеп йөрөүсе хаҡында һүҙ барасаҡ. Алия Романова Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Лицейҙа уҡыған ваҡытта уҡ бейеү менән мауыға башлай. Әммә үҙенең һөнәри эшмәкәрлеген хореография менән бәйләргә уйламай һәм 2009 йылда Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетына “Хеҙмәт иҡтисады” белгеслеге буйынса уҡырға инә.
– Бейегән кеше үҙенең кәүҙәһен бик яҡшы тоя. Ә был уға көндәлек тормошта ла үҙен иркен тоторға ярҙам итә. Әгәр балалар тәүҙә ата-әсәләренең ни өсөн уларҙы бейеү түңәрәгенә алып килеүен аңламаһа, һуңынан улар үҙҙәренең тормошон бейеүҙән башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Минең менән дә шулай булды, – тип һөйләй Алия Фәйзи ҡыҙы. – Беренсе класта уҡығанда музыка мәктәбенең хореография бүлегенә йөрөй башланым. Бейеү донъяһына юл асҡан тәүге уҡытыусым Рәсимә Әхмәтйәнова булды. Тап ул беҙҙе ритм һәм тактты ишетергә өйрәтте. Бейеүҙәр мине хайран ҡалдырҙы һәм көйгә динамик йәиһә һалмаҡ хәрәкәт итеү ысын ләззәт икәнен аңланым. Бейегәндә ҡанатланып зал өҫтөндә осоп йөрөйөм кеүек тойола миңә. Хәҙер тормошомдо ошо яратҡан шөғөлөмдән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Сәнғәт мәктәбен тамамлағандан һуң Алия Романова “Әй” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей башлай, шул ваҡыттан алып ошо составта ҡала. Шулай уҡ ул “Ҡабырсаҡ” ансамбле менән дә сығыш яһай. Был коллективтар менән ҡыҙ байтаҡ конкурстарҙа ҡатнаша, улар араһында “Сыңрау торна” төбәк башҡорт фольклоры фестиваль-конкурсы, “Шыма баҫ” халыҡ-ара татар бейеүҙәрен башҡарыусылар конкурсы, “Туй йолаһы” республика йола фестивале, “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклор байрамы, “Йондоҙ бул” проекты һәм башҡалар бар.
– Бейеүҙе айырым бер бәләкәй тормош тип ҡарарға мөмкин. Ул эске донъяны үҙенсәлекле хис-тойғолар менән тултыра, тип иҫәпләйем. Юғары уҡыу йортонда белем алған саҡта ла бейеүһеҙ йәшәй алманым, әхирәтем менән “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә йөрөнөм, – ти Алия.
Алия Романованың төп эшмәкәрлеге финанс өлкәһе менән бәйле. Ул банкта, миграция хеҙмәтендә эшләгән, хәҙер – Йәштәр үҙәге директоры. Әммә шул уҡ ваҡытта ул, үҙ эшенең оҫтаһы булыу һәм шөғөлдәренә ваҡыт бүлеү менән бер рәттән, хәстәрлекле әсә һәм ҡатын булып та ҡала. Тормош иптәше Николай менән беренсе класта уҡып йөрөгән улдары Кирилды тәрбиәләй. Улы ла музыка мәктәбенең хореография класында шөғөлләнә.

Автор: